Рәсәйгә Месси, Роналду килде!

Ниһайәт, бөтәбеҙ ҙә көтөп алған көн етте, Рәсәйҙә футбол буйынса донъя беренселеге башланды! Уйындар Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта, Екатеринбургта, Ҡазанда, Волгоградта, Дондағы Ростовта, Түбәнге Новгородта, Һамарҙа, Сочиҙа, Калининградта, Саранскиҙа үтәсәк. Футбол байрамы илебеҙҙә 15 июлгә тиклем дауам итәсәк.

Гәзитле лә, бүләкле лә

Был мәктәптә дуҫтарыбыҙ күп. Бигерәк тә башланғыс синыф уҡыусылары ҡыуандыра. Гәзитебеҙҙе алдыралар, яратып уҡый­ҙар. Шуға ла «Аҙна һайын – отош» уйынын да улар янында үткәрергә булдыҡ. – Йөрәк формаһында йәрәбә әҙерләгәйнек. Унда «Йәншишмә»гә яҙылғандарҙың исем-шәрифтәре бар, – тип ҡаршыланы беҙҙе яҡын дуҫыбыҙ, башланғыс синыфтар уҡытыусыһы Фәнүзә Миңлебулат ҡыҙы Хәлитова.

Матур үтә каникулым

Һәр кемдең яратҡан миҙгеле була. Мин үҙем йыл һайын йәйҙе һағынып көтөп алам. Сөнки каникулдың өс айын туйғансы ял итеп үткәрергә мөмкин. Ҡояш үҙе­нең йылы нурҙары менән бик иркәлә­мәй. Шулай ҙа каникулымды онотол­маҫлыҡ итеп уҙғарырмын, тип уйла­йым.

«Тамыр» дуҫтарын йыйҙы

Мәскәү, Таганрог, Воронеж, Пермь, Ҡазан, Ырымбур, Сорғот… Илебеҙҙең 27 ҡалаһынан йәш режиссёрҙар, журналистар, операторҙар, йән­һүрәт оҫталары йыйылды баш ҡалабыҙҙа үткән «Включайся!» балалар телевидениеһы фестиваленә. Ул быйыл ун өсөнсө тапҡыр уҙғарылды. Күркәм сарала 18 йәшкә тиклемге 200-ләп кеше ҡатнашты.

Бөтә мәктәптәргә лә – юғары тиҙлектәге интернет

Республика Башлығы ҡарамағындағы Электрон белем биреүҙе үҫтереү буйынса советтың сираттағы ултырышында, 2018 йылда барлыҡ мәктәптәр ҙә юғары тиҙлектәге интернет менән тәьмин ителергә тейеш, тип билдәләнде. Бөгөн Башҡортостандағы белем усаҡтары айырым килешеү буйынса бөтә донъя селтәренә инә. Бөтә мәктәптәрҙә лә юғары тиҙлектәге интернет булдырыу республиканың Электрон белем биреү системаһына инергә лә мөмкинлек бирәсәк.

Ирек ҡотоғо

Был хәл һуғыштан һуң йәйге ҡыҙыу бесән мәлендә Мәһәҙей ауылы ҡырҙарында булған. Заманалар ауыр, аслыҡ, яланғаслыҡ хөкөм һөргән. Халыҡ «таяҡ»ҡа эшләгән ваҡыт. Эш нормаһын үтә­һәң, аҙыҡ була, юҡ икән – һорама. Бигерәк тә ауылдың ҡатын-ҡыҙҙарына ҡыйынға тура килгән, сөнки ир-егеттәрҙең күбеһе һуғыштан әйләнеп ҡайтмаған. Ҡул көсө етешмәй, бөтә ауыр эште улар башҡарған.

Комендант сәғәте

Көтөп алған йәйге каникул да етте. Иң оҙон ял, өс ай! Берҙән, күңелгә рәхәт, икенсе яҡтан, балиғ булмаған балалары булған ғаиләләр өсөн һынау кеүек тә был көндәр. Ауыл ерендә малай­ҙар, ҡыҙҙар һәр ваҡыт күҙ уңында кеүек тойолһа ла, барыбер хәүеф-хәтәрҙән һаҡ булырға кәрәк. Ана, яңыраҡ бер әсә тышҡа ғына сыҡҡан арала бәләкәй бала өҫтөнә ҡайнар …

Continue reading ‘Комендант сәғәте’ »

Боронғо кәсепкә өйрәнәләр

Балаҫ һуғыу — халҡыбыҙҙың борон-борондан һаҡланып килгән кәсептәренең береһе. Уны иләнгән һарыҡ йөнө, кәзә дебетенән дә, төрлө-төрлө ептәрҙе ҡулланып та эшләйҙәр. Станок ярҙамында һуғылған аҫалы, буй, сепрәк балаҫ, турпыша, септә, япмалар өйгә йәм биреп кенә ҡалмай, уңғанлыҡ билдәһен дә белдерә.

Балаҫ һуғыу тарихы

Ҡул менән балаҫ һуғыу эше сүсле материалдарҙан еп һәм туҡыма етештерергә өйрәнгәндән алып йәшәп килә. Уның барлыҡҡа килеү ере булып Персия һанала. Тарихсылар иҫәпләүенсә, ул саҡтағы көнсығыш күсмә халыҡ ҡалын, йылы киндер һуҡҡан. Күсеп йөрөү шарттарында бындай балаҫтар елдән һәм ҡомдан һаҡларға, йорттарын бүлергә йәки биҙәргә ярҙам иткән.

Биҙәк төрҙәре

МЕДАЛЬОН. Был биҙәк менән ҡытайҙар – балаҫтарын, ирандар ҡул эштәрен биҙәй. Ул төрлө формала – түңәрәк, оҙонса түңәрәк, ромб рәүешендә иң уртаға урынлаштырыла. Ботаҡ, сәс­кә кеүек ваҡ элементтарҙан да тора.