Һыбай йөрөү файҙалы

Өфөлә һаулыҡтары буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн «Ҡанатлы аттар» фестивале үтте. Ул Рима Баталова етәкселегендә «Милләт йәшлеге» фондының «Сәләмәтлек эҙләп – ат янына» социаль проекты буйынса Рәсәй Федерацияһы грантына ойошторолдо. Сарала Йылайыр, Балаҡатай, Илеш райондарынан, Өфөләге 13-сө, 59-сы, 63-сө коррекцион интернат-мәктәптәренән балалар ҡатнашты.

Күршеләр байрамы

Йыл һайын май аҙағында Халыҡ-ара күршеләр көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан 38-се моделле балалар китапханаһы хоккей майҙансығында күңелле байрам ойошторҙо. Башта йыйылыусылар ҡыҙыҡлы тарихи мәғлүмәттәр менән танышты.

Ҡыҙҙарға биҙәүестәр оҡшай

Шамонин ауылының «Аҡбуҙат» балалар баҡсаһында «Ҡояшҡай» төркөмө «Башҡорт кейеменең матурлығы» исемле фольклор байрамы ойошторҙо. Ата-әсәләр балаларына матур, ҡупшы башҡорт кейемдәре текте, би­ҙәүестәр әҙерләне. Ҡыҙҙарға һаҡал, селтәрҙәр эшләнеләр.

Милләтебеҙ киләсәген уйлап

Күптән түгел «Ҡайын­ҡай» балалар баҡсаһының икенсе кескәйҙәр төркөмө тәрбиәсеһе Гөлсөм Хәлидәр ҡыҙы Ҡаҙаҡбаева бик матур милли байрам үткәрҙе. Ул «Һандыҡ сере» тип аталды. Бына уның эсенән өләсәй һәр бер әйберҙе сығарып, балаларға аңлатма бирә барҙы. Ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған изге ҡо­март­ҡылар хаҡында ҡыҙ­ҙар, малайҙар ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тыңланы. Уҡ-һаҙаҡ, боронғо биҙәнеү әйберҙәре, һауыт-һабалар, ноҡот таштары, милли кейемдәр …

Continue reading ‘Милләтебеҙ киләсәген уйлап’ »

Дуҫтарым күп

Минең дуҫтарым бик күп. Улар Башҡорт­остандың төрлө ауылдарында йәшәй. Тик иң яҡыны – Хөсәйен. Уның менән беҙ бер мәктәптә, бер синыфта уҡыйбыҙ. «Бишле»гә генә өлгәшә. Уҡыуҙа ла, башҡа эштәр баш­ҡарғанда ла беҙ бер-беребеҙгә ярҙам итәбеҙ. Хөсәйен менән бәләкәй саҡтан дуҫбыҙ. Уның менән төрлө ҡыҙыҡлы уйындар уйнайбыҙ, йәйен бергәләп һыу инәбеҙ, ҡышын саңғы, сана шыуабыҙ. Ул …

Continue reading ‘Дуҫтарым күп’ »

Бәләкәйҙән һоҡландыра

Һеҙ һүрәттә күргән был ҡыҙ бигерәк бәләкәс кенә булып күренә. Ысынлап та, ул шулай кескәй генә булыуына ҡарамаҫтан, бик күп конкурс­тарҙа ҡатнашып өлгөргән. Әйҙәгеҙ, Әлимә менән яҡынданыраҡ танышып китәйек.

Батырлыҡ дәресе

Баш ҡаланың 40-сы моделле китапханаһында тыуған яҡты өйрәнеүсе, библиограф, хәрби-тарихи әҙәбиәтте яҡшы белеүсе Андрей Янкин менән ҡыҙыҡлы осрашыу булды. Унын сығышынан балалар Бөйөк Ватан һуғышы геройҙары тураһында күпте белде. Елена Ильинаның Гуля Королёваға арналған «Дүртенсе бейеклек» китабының презентацияһы күрһәтелде. Һуғыш йылдарын хәтерләткән музей экспонаттарын да ҡыҙҙар, егеттәр ҡыҙығып ҡараны, улар хаҡында Андрей Андреевич ентекләп һөйләне. …

Continue reading ‘Батырлыҡ дәресе’ »

Питерҙы күреп ҡайтты

Моғайын, күптәрҙең бер минутҡа ғына булһа ла үҙҙәрен Президент итеп күҙ алдына килтереп ҡарағандары булғандыр. Ләкин бөтә кеше лә был вазифаны биләй алмай, сөнки ул – ил башлығы, етәксе, әйҙәп барыусы ғына түгел, ә бөтә халыҡтың йөҙө лә. Бар милләт хал­ҡы үҙенә ҙур өмөттәр бағлай, ышана. Шуға күрә тик үтә яуаплы, илһөйәр, тоғро, талапсан кеше …

Continue reading ‘Питерҙы күреп ҡайтты’ »

Беҙгә уҡырға килегеҙ!

Гимназиябыҙҙа уҡыу, белемеңде арттырыу, ижади үҫеш өсөн бөтә шарттар булдырылған. Ҡыҙыҡһын­ған уйын ҡоралы менән генә сикләнмәй, тағы ла берәй музыка ҡоралы, вокал менән шөғөлләнергә лә була. Бөтәһе лә фортепьянола уйнарға өйрәнә. Беҙҙең гимназистар республикала ғына түгел, Бөтә Рәсәй, халыҡ-ара бәйгеләрҙә еңеүҙәр яулай.