«Йәшел планета» баш ҡалала уҙасаҡ

Башҡортостанда «Йәшел планета» халыҡ-ара экология фестивале 2 июндә Өфөлә үтәсәк. Уның барышында эшлекле һәм күңел асыу программалары ҡаралған. Тирә-яҡты һаҡлау өлкәһендә яңы алымдар һәм ҡаҙаныштар күрһәтеләсәк. Башҡорт­остан тәбиғәтенә бәйле фотокүргәҙмә лә әҙерләнә, шулай уҡ экологик яҡтан таҙа аҙыҡ-түлекте ауыҙ итергә була. Республикала халыҡ-ара экология фестивален ойоштороу тәҡдиме менән «Йәшелдәр» партияһының төбәк бүлексәһе вәкилдәре сығыш яһаны. …

Continue reading ‘«Йәшел планета» баш ҡалала уҙасаҡ’ »

Таҙартыуың – бер яҡшы, бысратмауың – мең яҡшы!

Һыҙылып ҡына таң ата. Бар донъя уяна. Ошо мәлдә ҡояш бөтә тирә-яҡты наҙлап уята башлай. Үләндәрҙә ысыҡ тамсылары ынйы кеүек ялтырай. Тирә-яҡҡа сәскә еҫтәре тарала. Рәхәтләнеп, иркен итеп тын алаһың. Ошондай матурлыҡты күреп, күңелдәр күтәрелә, йәшәү көсө арта. Тыуған ил тыуып үҫкән ерҙән башлана. Кешегә иң ғәзизе – әсә, иң ҡәҙерлеһе – тыуған тупраҡ, иң …

Continue reading ‘Таҙартыуың – бер яҡшы, бысратмауың – мең яҡшы!’ »

Көлсә

Кисә бер туҡтамай ямғыр яуҙы. Бөгөн һуғышсылар рухы аяҙ көн теләнеме, ҡояш күк йөҙөнән йомарт йылмайҙы. Әйтерһең, ил буйлап ятып ҡалған атай-олатай­ҙар йәне 9 Майҙа ауылдаштары менән осрашып, үҙҙәре рухына аят ба­ғышлата. Тыныслыҡтың хаҡы үтә ҡиммәт булған. Ул утыҙ миллионлап һуғышсыларҙың ҡаны менән яуланған. Ата-бабаларыбыҙ фа­шис­тарҙы ҡыйратып, «Ура!» ҡыс­ҡырғанда ла йылы булған, тиҙәр.

Олатайҙарым менән ғорурланам

Минең ҡартатайым Исмәғизәм Йыһанур улы Дәүләтшин 1903 йылда Байназар ауылында донъяға килә. Бала сағынан уҡ тырыш, сәмсел, эшһөйәр ир-егет була. 1941 йылда һуғыштың тәүге көндәренән үк яуға китә. Ҡатыны Сәбилә өс бала менән тороп ҡала. Ул саҡта оло ҡыҙы Мәрйенбикә­гә – 17, Зәйнәғәбдингә – 13, Ын­йыбикәгә 10 йәш була. Һуғыш тәжрибәһе булмаған егеттәр тәүҙә Ғафури …

Continue reading ‘Олатайҙарым менән ғорурланам’ »

Күп уҡыһаң, хатаһыҙ яҙырһың

Өс йыл бергә уҡыйбыҙ. Бер-беребеҙҙе яҡшы беләбеҙ инде хәҙер. Тырышып белем алырға ла, төрлө сараларҙа ҡатнашырға ла өлгөрәбеҙ. Биш отличнигыбыҙ бар: Азалиә Рәхмәтуллина, Алина Әхмәҙуллина, Лиана Ғиззәтуллина, Каил Закиров, Даниял Фәттәхов. Күптәр төрлө түңәрәктәрҙә, спорт секцияларында шөғөлләнә. Уңыштарыбыҙ ҙа етерлек. Мәҫәлән, Артём Латипов – футболсы. Йыш ҡына төрлө ҡалаларҙа үткән ярыштарҙа ҡатнаша, миҙалдары, Почёт грамоталары …

Continue reading ‘Күп уҡыһаң, хатаһыҙ яҙырһың’ »

Стәрлетамаҡ мәктәбендәге тетрәндергес хәл

Стәрлетамаҡтағы 1-се мәктәптә булған ғәҙәттән тыш хәл уйланырға мәжбүр итә. Коррекцион синыфта уҡыған 15 йәшлек үҫмер кабинетҡа бысаҡ һәм бензин һалынған һауыт тотоп килә, уҡытыусыға, бер ҡыҙға сәнсә, үҙен яралай, компьютерға ут төртә. Бер ҡыҙ ҡурҡышынан тәҙрәнән һикерә. Әйткәндәй, һуңғы арала ғына Рәсәйҙең 5 – 6 мәктәбендә ошоға оҡшаш ваҡиға булған. Кем ғәйепле бында? Тағы …

Continue reading ‘Стәрлетамаҡ мәктәбендәге тетрәндергес хәл’ »

Үсекләгән өсөн дә яза бар

Белмәү насар түгел, белергә теләмәү насар, тиҙәр бит. Шуға күрә лә һеҙгә бөгөн киң тарала башлаған бер аламалыҡ тураһында аңлатып үткем килә. Мин балалар һәм үҫмер­ҙәр менән тығыҙ эшләйем. Инде нисә йыл дәүерендә үҙебеҙҙең йәм­ғиәтебеҙҙең бәләкәс, әммә тулы хоҡуҡлы граждандарына ҡанун тарафынан нимә яҡшы, нимә насар икәнен төшөндөрөргә тырышам. Эйе, ҡануни йәм­ғиәттә йәшәгәс, һеҙҙең хо­ҡуҡтарығыҙҙан …

Continue reading ‘Үсекләгән өсөн дә яза бар’ »

Дуҫтарыбыҙ артһын ғына!

Уҡыу йылы тамамланмаҫ элек уҡыусыларыбыҙ менән яҡындан аралашыу теләге менән Өфөләге 102-се башҡорт гимназияһына юлландыҡ. Был белем усағында «Йәншишмә»не алдырып уҡыған дуҫтарыбыҙ ҙа етерлек. Китапханасы Илзирә Ришат ҡыҙы Ғарифуллина быйыл да яҙылыусылар һаны байтаҡ ҡына булыуы хаҡында әйткәс, дәртләнеп барҙыҡ яндарына.

Иң-иңдәре – Ильяс менән Айҙар

Балалар һәм үҫмерҙәр баҫмаһы менән яҡындан таныштармы? Кемеһе «Йәншишмә»не нығыраҡ белә икән? Был осрашыуҙа «Аҡыллы баш» уйын-викторинаһын да ойошторҙоҡ. Унда ҡатнашырға теләк белдереп, 10 уҡыусы сәхнә түренә сыҡты. Һәр береһенә айырым-айырым һорау әҙерләнек, дөрөҫ яуап биргәндәре бер аҙым алға атлай барҙы. Ә белмәгәндәр урынында ғына ҡалды. Һорауҙар төрлө ине: гәзиттең тарихы, бөгөнгөһө… Мәҫәлән, «Гәзиттә әүҙем …

Continue reading ‘Иң-иңдәре – Ильяс менән Айҙар’ »