Башҡортостан Башлығы менән һөйләш

19 апрелдә республика етәксеһе Рөстәм Хәмитов тура эфирҙа республика халҡы һорау­ҙарына яуап бирәсәк. Йыл һайын үткәрелгән “Башҡортостан Башлығы менән әңгәмә” программаһы Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, “Россия – 24. Башкортостан”, “Вся Уфа” каналдарында, “Спутник ҒМ”, “Радио России Башкортостан” радиостанцияларында барасаҡ. Һорауҙарҙы берҙәм шылтыратыуҙар үҙәге ҡабул итә. Ул 12 апрелдә башланды һәм эфир тамамланғансы эшләйәсәк. Телефон һандары: 8-800-347-03-47. …

Continue reading ‘Башҡортостан Башлығы менән һөйләш’ »

Башҡортостанда егет уҡыусыларға бысаҡ менән ташланған һәм мәктәпкә ут төрткән

Стәрлетамаҡтағы 1-се мәктәптә ғәҙәттән тыш хәл теркәлгән. Уҡыусы балаларға бысаҡ менән ташланған, һуңынан класҡа ут төрткән. «Мәктәптә ниндәйҙер егет бысаҡ тотоп йүгереп йөрөнө. Уҡытыусы ишекте тотоп торҙо, һуңынан кабинетҡа килеп инде. Егет бер ҡыҙға бысаҡ менән сәнсте, ҡыҙ иһә икенсе ҡаттан һикерҙе», — ти ваҡиға шаһиттары.