«Аҙна һайын – отош»

Был юлы уйынды Өфөнөң Дим биҫтәһендә урынлашҡан 102-се башҡорт гимназияһында гәзитебеҙгә яҙылыусы синыфтар араһында үткәрҙек. Еңеүсе йәрәбә буйынса билдәләнде. Бүләкте кем отор? Йәрәбәне II «А» синыфынан уҡыу алдынғыһы Азалиә Ғабзалиева тартып сығарҙы. Шулай итеп, стакандар йыйылмаһы менән кувшин VI «А» синыфы уҡыусыларына эләкте. Бүләк синыф старостаһы Арыҫлан Хәмитовҡа  (һүрәттә) тапшырылды. Икенсе приз – сәйнүкте Өфө …

Continue reading ‘«Аҙна һайын – отош»’ »

«Ағиҙел» – чемпион!

Ура, шатлан, ғорурлан, Башҡортостан! Өфөнөң «Ағиҙел» хоккейсылары Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһында иң-иңе хәҙер. Финалда «Торнадо» клубын 3:0 иҫәбенә ҡыйратып, тәүге тапҡыр Кубок яуланылар! Байрамға шәп бүләк инде. Хоккейсыларыбыҙҙы еңеүҙәре менән республика Башлығы Рөстәм Хәмитов та ҡотланы.

«Гәзитебеҙҙе бергәләп сығарабыҙ»

Әүҙемләште 102-се башҡорт гимназияһы уҡыусылары. V «А» синыфынан Наҙгөл Ибраһимова, Сыңғыҙ Ғарифуллин, Айҙар Мортазин, Әлиә Юнысбаева, Тимур Мөҡсимов, Вилдан Сәғәҙәтовтар гәзит сығарышырға ярҙам итте. Улар «Йәншишмә»нең дүртенсе битендәге материалдарҙы һайлап, «һә» тигәнсе урынлаштырып та ҡуйҙы. Бергәләп гәзит сығарыу ҡыҙыҡ та ул! Акцияны кемдәр дауам итер икән? Йәгеҙ, әүҙемерәк булайыҡ!  

Байрамды – яҡшы кәйеф менән!

Уҡыу йылы тамамланыуға ла күп ҡалманы инде. Һәйбәт билдәләр алыр өсөн тырышып уҡыйбыҙ, өҫтәмә рәүештә шөғөлләнәбеҙ. Төрлө сараларҙа ла һынатмайбыҙ. Мәктәптә үткәрелгән «Йөрәк һүҙе» бәйгеһендә Нилә Бәширова, Вилмир Ғибәҙуллин, Алина Миһранова, Сөмбөл Хафизова ысын артистарса шиғыр һөйләп, юғары балл йыйҙы. Башланғыс синыфтар араһында олимпиадала Нилә – тирә-яғыбыҙҙағы донъянан, Гүзәл Шафиҡова башҡорт теленән районда I урын …

Continue reading ‘Байрамды – яҡшы кәйеф менән!’ »

Яҙ килә!

Яҙ килә! Ер йөҙөнә матурлыҡ өҫтәлә. Бөтә тирә-яҡ йәнләнә. Ағастар япраҡ яра, ҡоштар һайраша. Әйҙәгеҙ, бергәләп ҡоштарҙы ҡаршылайыҡ. Малайҙар сыйырсыҡ ояһы эшләһен. Һәр өйҙөң ихатаһында был ҡоштар матур йырын һуҙһын. Ә беҙ, ҡыҙҙар, ишек алдын тәртипкә килтерәйек. Һәр ихата сәскәләргә күмелһен. Ә һуңынан шишмәләрҙе таҙартайыҡ. Экологик өмәләрҙә бөтәбеҙ ҙә әүҙем ҡатнашайыҡ. Таҙалыҡ, бөхтәлек үҙебеҙ өсөн …

Continue reading ‘Яҙ килә!’ »

«Бирешмә»нең дауамы булырмы?

«Бирешмә» исемле тәүге үҫмерҙәр сериалын күптәр көтөп алды. Ә Башҡортостан юлдаш телевидениеһы экрандарҙа күрһәтә башлағас, уның һәр серияһын балалары менән бергә атай-әсәйҙәр ҙә ҡыҙыҡһынып ҡараны. Ысынлап та, геройҙар менән бергә йәшәнек, ҡыуандыҡ, борсолдоҡ, ҡайһы бер урындарында күҙҙәргә йәштәр эркелде. Бәләкәйҙән әсәйһеҙ ҡалған Гөлгенәнең әсәй тураһында йырлағанын иҫләй­һегеҙме? Ҡыҫҡаһы, сериалдағы һәр күренеш күңелдәргә үтеп инде, уйландырҙы, …

Continue reading ‘«Бирешмә»нең дауамы булырмы?’ »

Бөйөк Еңеүгә арнап

Илебеҙ халҡы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 73 йыллығын байрам итергә әҙерләнә. Ошо уңайҙан Рәсәй ҡалаларында «Тере еңеү» тип аталған проект башланды. «Һуғыш тарихы – йөҙҙәрҙә» тигән девиз менән ойошторолған сарала һәр кем бушлай ҡатнаша ала. Бының өсөн 40-сы йылдарҙа төшөрөлгән фото кәрәк.

Исемдәре – халыҡ хәтерендә

Бөрйән районының Иҫке Монасип ауылындағы Ослотау (Ҡыҙ­ҙар тауы) башында ҙур булмаған матур түңәрәк ялан бар. Элегерәк яҙ етеп, ер үлән, сәскәләр менән ҡапланғас, май урталарында ауыл ҡыҙҙары шунда менеп күңел асыр булған. Унда яланды тирәләтеп ултырып, сигеү сиккәндәр, бәйләм бәйләгәндәр, шул уҡ ваҡытта йыр­ҙар йырлағандар, таҡмаҡ әйтеп, бейегәндәр. Үҙҙәре менән тау башына баҡырсаға һыу тултырып …

Continue reading ‘Исемдәре – халыҡ хәтерендә’ »

Сәскәләр – тәбиғәт биҙәге

Яҙ үҙ көсөнә тулыһынса эйә булды, тиһәң дә була хәҙер. Ҡояш көндән-көн нығыраҡ ҡыҙҙыра. Бөтә донъя тәбиғәттең яҙғы байрам шатлығы эсендә йөҙә. Ерҙе йәшел үләндәр ҡаплаған, оҙаҡламай аллы-гөллө сәскәләр күҙҙең яуын алып ултырасаҡ. Күбәләктәрҙең ниндәйе генә юҡ!