Яратҡан гәзитемде көтөп алам

Беҙҙең мәктәптән күптәр «Йәншишмә»гә яҙыша. Уның биттәрендә минең ағайым һәм беҙҙең синыфыбыҙ тураһында ла мәҡәлә баҫылып сыҡты. Шуға был гәзитте яратып уҡыйым, килгәнен көтөп алам. Тиҫ­терҙәрем ижад иткән шиғырҙар, әкиәттәр оҡшай. Герой-пионерҙар тураһында ла уҡырға яратам.

Студенттар ҙа йәлеп ителә

Быйыл БДИ барышын күҙәтеү маҡсатында йәмәғәт контроле сифатында 7 меңгә яҡын студент йәлеп ителәсәк. Улар Рәсәйҙең 282 уҡыу йортонан һайлап алынған. Күҙәтеүселәрҙең кәрәкле һанын тәьмин итеү өсөн был студенттарға сессияны алдан биреү ойошторола. Рәсәй Йәштәр берлеге мәғлүмәттәре бу­йынса, ҡайһы бер төбәктәрҙә уҡыу семинар­ҙары үткәрелгән дә инде, ә дөйөм алғанда, улар­ҙы уҡытыу 15 апрелгә тамамланырға тейеш.

Китап йыйыу бара

Өфөлә башҡорт китаптарын йыйыу буйынса акция иғлан ителде. Тупланған әҙәбиәт күрше Силәбе өлкәһендә милләттәштәребеҙ күпләп йәшәгән урындарға оҙатыласаҡ. Ҡоншаҡ һәм Арғаяш халҡы тәү сиратта уҡыу әсбаптарына ҡытлыҡ кисерә. Шулай уҡ башҡорт авторҙарының баҫмалары ла ҡабул ителә. Китаптарҙы Халыҡтар дуҫлығы йортона килтерергә мөмкин. Адресы: Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 56.

Хоҡуҡ мәктәбе көтә!

БДУ-ның Хоҡуҡ институты IX – XI синыф уҡыусыларын асыҡ хоҡуҡ мәктәбенә бушлай уҡырға саҡыра. Бында улар көндәлек тормошта кәрәк булған юридик белем аласаҡ, үҙҙәренең хоҡуҡтары һәм бурыстары хаҡында беләсәк. Уҡыу программаһы 10 фәндән тора. Дәрестәр аҙнаһына бер тапҡыр, көндөң икенсе яртыһында үткәрелә. Асыҡ мәктәп 28 марттан 13 июнгә тиклем эшләйәсәк. Белем алырға теләүселәр 26 мартҡа …

Continue reading ‘Хоҡуҡ мәктәбе көтә!’ »

Төбәк этапҡа йомғаҡ яһалды

Республикабыҙҙа Бөтә Рәсәй олимпиадаһының төбәк этабына йомғаҡ яһалды. Бәйге быйылғы уҡыу йылында 24 фән буйынса уҙғарылып, район, ҡалаларҙан 2 меңдән ашыу уҡыусы ҡатнашты. Шуларҙың 58-е еңеүсе булып ҡыуанһа, 413-ө призёрҙар рәтенә инде. Мәғариф министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Октябрьский, Нефтекама ҡалаларынан призлы урын яулаусылар күп.

Тағы ла бергә йыйылдыҡ

Гимназиябыҙҙа үҙенсәлекле бер йола бар: февраль айының беренсе йомаһында уҡыу йортон төрлө йылдарҙа тамамлаған уҡыусылар менән осрашыу үтә. Ғәҙәттә, был көндә һыуыҡ, ыжғыр бурандар була торғайны. Ҡайһы ваҡыт мәктәп карантинға ябылған саҡҡа тура килә ине. Ә быйыл хөрриәт: көн йылы, ҡояш йылмая, асфальт юл, йәй көнөндәге һымаҡ, ялтлап ята! Шуғалыр ҙа тамаша залына ҡунаҡтар ағылды …

Continue reading ‘Тағы ла бергә йыйылдыҡ’ »

«Трактор» менән алыш көтә

Эйе, хәҙер бөгөн һәм иртәгә Өфөлә «Салауат Юлаев» силәбеләр менән көс һынашасаҡ. Шулай уҡ уйындар дүрт еңеүгә тиклем барасаҡ. 6:4, 2:7, 3:5, 4:2, 2:1, 2:3, 3:2… Тик етенсе хәл иткес алышта ғына, етмәһә, өҫтәмә ваҡытта юлаевсылар «Авангард»ты (Омск) еңеүгә иреште. Саҡ-саҡ оттоҡ. Әйткәндәй, һуңғы дүрт осрашыуҙа беҙҙең ҡапҡаны Бен Скривенс һаҡланы. Ышаныслы торҙо, күп тапҡырҙар …

Continue reading ‘«Трактор» менән алыш көтә’ »

Бишташ (Ететаш) тауы

Йәнйегет ауылы Сибай ҡалаһынан 15 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. Яугүл күлен һәм Сыңрау торна һаҙын Сағыл тауы ҡаплап ята. Көнбайыштан – Ирәндек һырты. Оло юлдан уң яҡта – Олотау башында өйөлгән биш ташлыҡ бар. Элек был һырт буйынан мейес өсөн матур дүрткел таштар сығарғандар. Шундай урындар хәҙер ҙә күп. Сәйет, Исмәғил үҙәктәренең, Өмөлгәндең шишмәләре, аҫтараҡ Ҡайын­үҙәк, …

Continue reading ‘Бишташ (Ететаш) тауы’ »

Татыулыҡҡа ни етә?!

Тыуған ил, тыуған яҡ, тыуған ауыл, тыуған йорт… Тәрән мәғәнәле ошо һүҙҙәрҙе ҡабатлау менән күҙ алдыма ғәзиз ғаиләм килеп баҫа. Үҙемде бик бәхетле тип һанайым. Сөнки тыуған илем, һулар һауам, эсәр һыуым һәм янымда иң яҡын кешеләрем – туғандарым, атай-әсәйем бар.

Ир-ат – донъя тотҡаһы, ҡатын-ҡыҙ – уның биҙәге

Был донъяла берәүҙәр һәр ваҡыт ниҙәндер ҡәнәғәт түгел, аҙым һайын зарлана, һуҡрана, тормоштоң тик кире яҡтарын ғына күрә. Ә икенселәр, киреһенсә, һәр саҡ күтәренке кәйефле, шат күңелле, бөтә нәмәнән тик ыңғай һыҙаттарҙы ғына эҙләй. Улар­ҙың оптимистик рухы башҡалар­ға ла күсә. Рифа Зәйет ҡыҙы менән Рәсүл Абдулхаҡ улы Сәхийәровтар – нәҡ шундайҙар.