Бүреләр күбәйгән

Быйыл ҡыш ҡар йоҡа булды. Шуға ла йыртҡыстар урман йәнлектәрен аулай алмай. Ирекһеҙҙән улар кеше йәшәгән урындарға яҡынлашырға мәжбүр. Бына әле Ҡариҙел районының Ҡараяр ауылы янында бүреләр күбәйгән. Йыртҡыстар урам эттәрен, ҡураларға үтеп инеп, ваҡ малдарҙы тамаҡлай. Урындағы халыҡ әйтеүенсә, эргә-тирәләге урманда 20 башлап бүре бар.

Урман байрамы

Тәбиғәткә ҡарата һөйөүҙе балаларҙа бәләкәйҙән төрлө уйындар, ҡыҙыҡлы саралар аша һеңдерергә мөмкин. Яңыраҡ Межгорье ҡалаһының 1-се балалар баҡсаһында урта төркөмдә шөғөлләнгән бәләкәстәр менән матур осрашыу үтте. Көньяҡ Урал ҡурсаулығынан килгән экология бүлеге белгестәре Гөлназ Бәхтийәрова менән Гөлназ Руслановалар балаларға ошо ҡурсаулыҡ биләмәһендә үҫкән ағас­тар, үҫентеләр тураһында бик ҡыҙыҡлы һәм фәһемле мәғлүмәттәр еткерҙе. Тубырсыҡ, ағас ботаҡтары, …

Continue reading ‘Урман байрамы’ »

Быуын-быуын уҙһа ла, ил онотмаҫ даныңды!

Буранғолов көндәре Мөхәмәтша Буранғолов – башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижады өлгөләрен йыйыусы, уларҙы баҫтырырға әҙерләүсе мәшһүр ғалим, халҡыбыҙ яҙмышын һүрәтләгән пьесалар ижад итеүсе танылған драматург, йәмәғәт эшмәкәре булараҡ, милли мәҙәниәтебеҙҙә лайыҡлы урын алған арҙаҡлы шәхестәребеҙҙең береһе. Уның ижады уҡыусылар тарафынан мәктәп программаларында киң өйрәнелә.

Улым бар, алмаш булыр ҡулым бар!

Мәктәп белем усағы ғына түгел ул, балаға тәрбиә лә бирә. Мостай Кәрим исемендәге 158-cе башҡорт гимназияһы был йәһәттән күптәргә өлгө булырлыҡ. Тәрбиә мәсьәләләренә арналған дөйөм атай-әсәйҙәр йыйылыштары даими үткәрелә. Ә быйыл, Ғаилә йылында, эш тағы ла йәнләнәсәк. Сөнки гимназияла «Ғаилә ҡиммәттәре» фестивале проекты тормошҡа ашырыла һәм йыл буйына барасаҡ сараларҙа уҡыусылар, уҡытыусылар, атай-әсәйҙәр һәм олатай-өләсәйҙәр …

Continue reading ‘Улым бар, алмаш булыр ҡулым бар!’ »

Инйәр – мәктәп батыры!

Мәктәбебеҙҙә Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арнап «Мәктәбем батыры» исемле ярыш үтте. Унда VIII – XI синыф егеттәре ергә ятып ҡал­ҡыныу, гер күтәреү, автоматты һүтеп-йыйыу һәм дөйөм ғәскәри һаҡланыу костюмын кейеү буйынса үҙҙәрен һынаны.

Ысын кеше, ысын шағир

1 март – Күренекле әҙип, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хәким ҒИЛӘЖЕВтең тыуыуына – 95 йыл «Йәш төҙөүсе» гәзите. 1938 йылдың октябрь айында сыҡҡан һаны. «Комсомолдың ХХ йыллығы алдынан» тигән баш аҫтында ике авторҙың өс хәбәре баҫылған. Береһе – Бәләбәй педучилищеһында уҡып йөрөгән Таһир Ахун­йәновтыҡы, ҡалған икәүһе – Хәким Ғиләжевтеке. Ул Дәүләкән педучилищеһындағы хәлдәр …

Continue reading ‘Ысын кеше, ысын шағир’ »

Бөйөклөгөң беҙҙең йөрәктә

Беҙҙә лә Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжмиҙең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған кисә үтте. Ҡунаҡҡа 102-се башҡорт гимназияһы уҡыусылары саҡырылғайны. Китапханасы Зөһрә Марат ҡыҙы Мөхәмәтова әҙиптең биографияһына байҡау яһап, уның ғаиләһе, тормошо, ижады хаҡында бай мәғлүмәт еткерҙе. Шулай уҡ күргәҙмәгә ҡуйыл­ған китаптар, уларҙың йөкмәткеһе хаҡында ла ҡыҫҡаса таныштырҙы. Кисәнең ҡунағы, Шашка федерацияһы башҡарма комитеты ағзаһы …

Continue reading ‘Бөйөклөгөң беҙҙең йөрәктә’ »

Борон-борон заманда…

Баш ҡалабыҙҙа «Һаумы, һаумы, әкиәт!» бәйгеһен үткәреү инде матур бер йолаға әүерелде. Уның бәҫе йылдан-йыл арта, ҡатнашыусылар һаны ла күбәйә бара. Бәләкәс кенә, әле мәктәпкә лә төшмәгән балаларҙың сығышын ҡарау үҙе бер кинәнес. Быйыл да был ярыш матур ғына башланып китте. Бына әле яңыраҡ Өфө ҡалаһының Киров районына ҡараған мәктәпкәсә йәштәге учреждениелар тәрбиәләнеүселәре үҙ-ара көс …

Continue reading ‘Борон-борон заманда…’ »