Телле башҡорт – мин барында йәшәр әле минең илем!

Беҙҙең Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт интернат-гимназияһында VII – VIII синыф уҡыусылары өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән II республика олимпиадаһы уҙҙы. Был бәйгегә үҙ көстәрен һынап ҡарарға 16 райондан, 4 ҡаланан 70-тән артыҡ уҡыусы килгәйне. Жюри ағзалары итеп баш ҡалабыҙҙан Башҡортостан Республикаһы Мәғарифты үҫтереү институтының педагогия фәндәре кандидаты Миндебай Юлмөхәмәтов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма …

Continue reading ‘Телле башҡорт – мин барында йәшәр әле минең илем!’ »

Иң һылыуы – Әлфинә

Баш ҡалабыҙҙа республика гүзәллек конкурсының финалы үтте. Унда 12 башҡорт сибәркәйе араһынан «Һылыуҡай – 2018» титулын 20 йәш­лек Әлшәй ҡыҙы Әлфинә Кашапова яуланы. Өфө дәүләт авиация-техник университетының III курс студенткаһы «Мисс-Матбуғат» номинацияһына ла лайыҡ булды. Уға төп приз – «Лада Гранта» машинаһы тапшырылды. Ә Ейәнсуранан Наҙгөл Әйүпова – беренсе, Балаҡатайҙан Илзирә Әсмәндийәрова – икенсе, Бишбүләктән …

Continue reading ‘Иң һылыуы – Әлфинә’ »

Йәш шахматсы көмөш миҙал алды

Воронежда уҙған шахмат буйынса Рәсәй кубогы этабында 18 төбәктән 180-дән ашыу спортсы ҡатнашты. Ярышта Өфөнөң 5-се лицей уҡыусыһы, «Толпар» интеллектуаль спорт уйындары клубы тәрбиәләнеүсеһе, 7 йәшлек Данил Имамов көмөш миҙал яуланы.

Дәүләкәндәр балыҡтарҙы ҡотҡарҙы

Хайуан-ҡоштарға ғына түгел, ҡыш көнө балыҡтарға ла бик ауырға тура килә. Бәлки, был хаҡта күптәрегеҙ белмәйҙер ҙә әле. Йылға-күл өҫтәрен ҡалын боҙ ҡатламы ҡаплағас, уның аҫтындағы үҫемлектәр серей, кислород кәмегәндән-кәмей бара. Шуға балыҡтарға ла тын алыуы ауырлаша, үлем, тонсоғоу ҡурҡыныстары янай башлай.

Ғаилә йылына арнап

Мәктәбебеҙҙә үткән «Атай, әсәй һәм мин – татыу ғаилә» конкурсы Ғаилә йылына арналды. Был ярыштан беҙ ҙә ситтә ҡалманыҡ. Атайым, әсәйем һәм III синыфта уҡыған ҡус­тым Нуриман беҙҙең Көмөшҡоловтар ғаиләһе данын яҡланы. Шулай уҡ Ҡоланбаевтар, Ситдиҡовтар, Рыҫкилдиндар, Ҡарабаевтар һәр һынауҙа сәмләнеп көс һынашты, әүҙем ҡатнаштылар. Бәйгене физкультура уҡытыусыһы Резеда Рәхмәтуллина ойошторҙо һәм ата-әсәләр комитеты ағзаһы …

Continue reading ‘Ғаилә йылына арнап’ »

Ҡыҙылгвардеецтар ҡалҡыулығы, Шакир хәлфә имәнлеге

Граждандар һуғышы, революцияға бәйле ваҡиғалар ауылыбыҙҙы ситләтеп үтмәгән. Ҡыҙылгвардеецтар ҡалҡыулығы, Шакир хәлфә имәнлеге шуға дәлил. «Ҡыҙылгвардеецтар ҡалҡыу­лығы» риүәйәтен 1935 йылда Туҡтағол ауылында тыуып, 1954 йылда Бишҡурайға килен булып төш­кән һәм ошонда ғүмер кисергән Менәүәрә инәй Ситдиҡова һөйләне:

«КВНщиктармы? Юҡ «Шаяниум»щиктар!»

– «Һин КВНщикмы? – Юҡ, мин «Шаяниум»щик!» – «Үҫәбеҙ, үҫәбеҙ, хатта RNТ ла татар эстрадаһына ашҡына». – «Ысын мосолман колбасаны ла ҡиблаға ҡарай һалып ҡыр­ҡа». – «Тылсымлы тирмә» бөтә хыялдарҙы тормошҡа ашыра, ти. Мәктәптә тәмле итеп ашата башларҙармы икән әллә?» – «Интерспорт». Беҙ магазин түгел, беҙ – мәктәп»…

Әгәр ирекмән булам, тиһәң…

Рәсәйҙә Ирекмәндәр йылы иғлан ителеү айҡанлы беҙҙең мәктәптең IX «A» синыфы уҡыусылары Дим районында урынлашҡан 13-сө ҡала китапханаһында балалар өсөн ойошторолған кисәлә ҡатнашты. Кем ул ирекмән? Нимә менән шөғөлләнәләр? Күптәрҙе шундай һорауҙар борсой ине. Китапханасы апайҙары видеороликтар күрһәтте, иң кәрәкле мәғлүмәтте табып бирҙе.

«Мин тауҙарҙа тыуҙым, тауҙарҙа…»

Шағирә Таңһылыу Ҡарамышеваға – 70 йәш Ауылыбыҙ мәҙәниәт йортонда республиканың күренекле шағирәһе, публицист, тәржемәсе, йәмәғәт эшмәкәре, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәми Ғарипов исемендәге премия лауреаты Таңһылыу Ҡарамы­шеваның «Мин тауҙарҙа тыуҙым, тауҙарҙа» исемле юбилей кисәһе үтте.

Яҙыусылар килде ҡунаҡҡа

«Татыу ғаилә – ил терәге», – ти халыҡ. Ысынлап та, шулай ул. Эйе, ғаилә үҙе – бәләкәй генә бер дәүләт. 2018 йыл Башҡортостанда Ғаилә йылы тип иғлан ителде. Минең уйлауымса, был юҡҡа түгелдер. Сөнки әлеге ваҡытта матур, татыу, шулай уҡ насар хәлле ғаиләләр ҙә бар. Үкенескә күрә, уларҙың тарҡалыуы ла күҙәтелә.