«Шахматһыҙ – донъя йәмһеҙ!»

Кемегеҙ уны еңә алыр икән? Ай-һай, үҙегеҙгә бик тырышырға тура килер инде. Шахматты бигерәк оҫта уйнай бит Коля! Шах бабай биргән мәсьәләләрҙе лә тиҙ генә сисә һала, өс йыл рәттән гәзитебеҙ үткәргән бәйгелә лә еңеүҙәр яулап килә.

Тағараҡ элеп ҡуйҙым

Ҡоштарҙы мин бәләкәй сағымдан яратам. Улар менән ҡыҙыҡһынам, ситтән генә күҙәтәм. Мәҫәлән, сыйырсыҡ – бөтәбеҙ ҙә яратҡан изге ҡош. Шуның өсөн дә уларҙы һәр яҙ һайын атайым эшләп ҡуйған ояға ҡарап, түҙемһеҙләнеп көтөп алам. Килеп урынлашып, һайрап ебәрһә, шатлығым эсемә һыймай. Уның һәр көн шулай төрлө-төрлө тауыш сығарып йырлауына хайран ҡалам. Ә инде бала сығарғас, …

Continue reading ‘Тағараҡ элеп ҡуйҙым’ »

Ҡоштар ярҙам көтә

Ер өҫтөн ап-аҡ мамыҡтай йомшаҡ ҡар ҡапланы. Тышта шундай саф һауа, күңелдә лә ҡыштай аҡ уйҙар, ниндәй­ҙер мөғжизә. Тап ошо ваҡытта бар тәбиғәт ял итә. Урман хужаһы айыу ҙа ҡышҡы йоҡола. Урман йәмен бары тик ҡанатлы дуҫтарыбыҙ биҙәй.

Поезда Ҡыш бабай, Ҡарһылыу менән

– Иғтибар, Дим – Шаҡша маршруты менән йөрөүсе электричка беренсе платформаның беренсе юлына килә! Ошондай иғлан ишетелеү менән муйындарына Рәсәй тимер юлы логотибы төшөрөлгән шарфтар бәйләгән ҡыҙҙар, малайҙар перронға сығып баҫты. Күп кенә күренәләр. Баҡтиһәң, шиғыр, хикәйә яратҡан, үҙҙәре лә ижад иткән балалар икән. Уҙып барған йылды шулай шиғырҙарын уҡып, тәгәрмәс туҡылдауы аҫтында оҙатырға йыйылғандар. …

Continue reading ‘Поезда Ҡыш бабай, Ҡарһылыу менән’ »

Яҙыусы килде ҡунаҡҡа

Гимназиябыҙҙа «Ярғанат» исемле хикәйәләр, «Ғәжәп хәбәр» тигән шиғырҙар китабы аша балаларға яҡшы таныш булған Башҡортостандың ат­ҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткә­ре, Жәлил Кейекбаев исемендәге премия лауреаты, шағирә, тәржемәсе Гөлнур апай Яҡупова менән осрашыу бик фә­һемле, иҫтәлекле бул­ғандыр, тип уйлайым. Сөнки изге һәм саф күңелле, оло той­ғоло, нес­кә лә, көслө лә, сабыр холоҡло ла, иң мөһиме – бар булмышы …

Continue reading ‘Яҙыусы килде ҡунаҡҡа’ »

Сәхнәлә – китапханасы апайҙар

Ҡырмыҫҡалы үҙәкләштерелгән китапханалар селтәренең «Мурашек» ҡурсаҡ театры сығышы Бишауыл-Уңғар балаларын да битараф ҡалдырманы. Шулай булмай һуң, сәхнәлә мөғжизәләр донъяһы ла баһа?! Тылсым тәҙрәләренән ике яҡлап урынлаштырылған төрлө төҫтәге матур, күҙҙе ҡамаштыр­ған шарҙар ысын байрам мөхитен тыуҙырҙы.

Һай, үҙебеҙҙең бишенселәр!

Беҙҙең Эт йылында тыуған V синыф уҡыусылары ниндәйерәк холоҡло, тиһегеҙме? Барыһы ла әүҙемдәр, тырыштар, шаяндар, отҡорҙар. Ә телдәре һуң ҡалай уларҙың! Бер һүҙгә йөҙ һүҙ менән яуап ҡайтарырға әҙерҙәр. Синыфтарында барлығы 10 бала. Ике уҡыусы – Нилә Лоҡманова менән Рәсим Юнысов тик «бишле» билдәләренә генә өлгәшә. Бишенселәр араһында спорт менән шөғөлләнеүселәр ҙә бар: Илгизәр Муллағәләмов, …

Continue reading ‘Һай, үҙебеҙҙең бишенселәр!’ »

Инвалид балаларҙы ҡотланыҡ

Көтөп алған, ҡыуаныслы, яратҡан байрамыбыҙ – Яңы йылды матур итеп ҡаршыланыҡ. Был ваҡыт – мөғжизәләр, уй-теләктәрҙең тормошҡа ашыр мәле. Байрам әллә күпме матур тәьҫораттар бүләк итә.