Аҙна һайын – отош

Был юлы бүләктәр Баймаҡ һәм Бөрйән тарафтарына юлланасаҡ. Күгиҙел ауылынан Земфира Ғүмәроваға – кәсәләр йыйылмаһы, Әбделмәмбәттән Ирхан Үтәбаевҡа плед сыҡты. Ҡотлайбыҙ, дуҫтар! Уйын бара әле, һеҙ ҙә ҡатнашығыҙ. Бүләктәрегеҙҙе килеп алғанда паспорт, СНИЛС, ИНН күсермәләре лә кәрәк буласаҡ. «Йәншишмә»гә ярты йылға яҙылыу хаҡы – 476 һум 28 тин. Индексы – 50605.

Йәш эшҡыуарҙар әҙерләнә

Октябрь айында «Капитандар – минең тәүге бизнесым» Бөтә Рәсәй конкурсы старт алғайны. Уның барышында уҡыусылар, студенттар бизнес идеялары менән таныштыра, үҙҙәренең башланғыс эштәрен тормошҡа ашыра ала. Бәйге өлкән синыф уҡыусыларының интеллектуаль, ижади һәләттәрен, илдә йәштәр эшҡыуарлығын үҫтереүгә йүнәлтелгән, «Рәсәй – мөмкинлектәр иле» асыҡ платформа сиктәрендә Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса ойошторолған.

Рәхмәт хаты алды

Мәскәүҙә үткән кәңәшмәлә Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән министры Ольга Васильева республикабыҙҙың мәғариф министры Гөлназ Шафиҡоваға Рәхмәт хаты тапшырҙы. Ул бындай баһаны Бөтә Рәсәй кимәлендә уҙғарған мөһим сараларҙы яҡшы әҙерлек һәм юғары кимәлдә ойошторғаны өсөн алды.

Ҡыш бабайға хат яҙғың килһә…

Башҡортостанда 30 декабргә тиклем Ҡыш бабай почтаһы эшләй. Ҡала һәм район почтамты ҡарамағындағы барлыҡ үҙәк элемтә бүлексәләрендә махсус почта йәшниктәре ҡуйылған. Ҡотлауҙарҙы һәм теләктәрҙе көн һайын алыу ҡаралған. Хаттарҙы ошо адресҡа яҙырға кәрәк: 162390, Рәсәй, Вологда өлкәһе, Бөйөк Устюг ҡалаһы, Ҡыш бабай почтаһы.

Һынау иншалары

Уҙған аҙнала республикала 18 мең 500-ҙән ашыу сығарылыш синыф уҡыусыһы – йомғаҡлау иншаһы, сәләмәтлеге буйынса мөмкинлеге сикләнгән 300 бала изложение яҙҙы. Уның һөҙөмтәһе буйынса уҡыусыларға Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыуға рөхсәт биреү хәл ителәсәк. Балаларҙың ижади эште нисек үтәүҙәре 21 декабргә тиклем билдәле буласаҡ.

Бер күрешеү – үҙе бер ғүмер!

«Йәншишмә»ләр менән осрашыу була, тигән хәбәр мәктәптә тиҙ таралды, шунда уҡ ниндәйҙер йәнлелек башланды. Ни тиһәң дә, бала күңеленә илһам, дәрт өҫтәүсе, ижади үрҙәргә әйҙәүсе матбуғат баҫмаһының баш мөхәррире үҙе килә бит!

Ҡышты грипп та ярата

Ниһайәт, ҡыштың ҡарын да көтөп алдыҡ. Рәхәтләнеп Ҡар бабай эшләргә, сана шыуырға була хәҙер. Әммә, баҡһаң, ҡарҙы һәм һыуыҡты беҙҙән башҡа ла яратыусылар күп икән: мәҫәлән, грипп! Бына шулай. Тимәк, сирҙе булдырмау ауырыуҙы дауалауға ҡарағанда еңелерәк, тигән һүҙҙәрҙән сығып, һәр ваҡыттағыса, һаҡланыуҙы уйларға кәрәк. Сирләп ҡуймағыҙ. Гриптың өҙлөгөүҙәргә килтереүе бар, быйыл бигерәк тә пневмония менән …

Continue reading ‘Ҡышты грипп та ярата’ »

Үләндәр ҙә дауалай

«Һаулығым – байлығым», тип юҡҡа ғына әйтмәгән боронғолар. Ысынлап та, үҙ һаулығыңды йәштән ҡайғыртыр­ға, уны һаҡларға кәрәк. Хә­ҙерге ваҡытта тулыһынса һау-сәләмәт кешеләр әҙәйә, бигерәк тә йәштәр араһында. Ҡайһы берҙәре йәшлектәрен шешәгә батыра, энәгә ултыра, ҡыҫҡаһы, заман афәтенә бирешә. Шуныһы ҡурҡыныс: бик күптәре ауырыуҙарына иғтибар итмәй.