Гөлдәрҙең дә йәне бар

Гөлдәрҙең әсәһе бер аҙналыҡ командировкаға киткәс, уның вазифалары өйҙә ҡалған башҡа ғаилә ағзаларының иңенә төштө: атаһы ашарға бешерһә, ағаһы менән уға өйҙө тәртиптә тотоу, гөлдәрҙе тәрбиәләү бурысы йөкмәтелде. Ике әйттерергә яратмаған ағаһы артыҡ эш ҡалдырмай, һауыт-һабаны ла ялтыратып ҡуя, саң да һөртә, иҙәнде лә йыуа, ә өйҙөң йәме булып, төрлө-төрлө сәскә атып ултырыусы гөлдәрҙе ҡарауҙы …

Continue reading ‘Гөлдәрҙең дә йәне бар’ »

Үтек эҙ ҡалдырһа…

* Үтекләгәндә бик һаҡ булмаһаң, кейемде яндырыуың да ихтимал. Шулай ҙа бик һарғайып сыҡмаһа, әйберҙе ҡотҡарып була әле. Тапҡа күп кенә итеп лимон һуты һөртөп, өҫтөнә шәкәр вағы һибеп ҡарағыҙ. Кипкәс, һалҡын һыу менән йыуығыҙ. * Кейемде һыуға һалып, үтек эҙе ҡалған урынына тоҙ һибегеҙ. Кипкәнен көтөгөҙ ҙә тағы һалҡын һыуҙа сай­ҡатығыҙ. * Шулай уҡ …

Continue reading ‘Үтек эҙ ҡалдырһа…’ »

Тәмле дәрес

Дмитрий Кашигин исемендәге 13-сө мәктәптең III «В» синыфында бик ҡыҙыҡлы хеҙмәт дәресе үтте. Ул Көньяҡ Урал халыҡтарының дуҫлыҡ фестиваленә арналғайны. Балалар менән бергә «Аҡ инәй» клубы ағзалары ла ҡатнашты унда.

Минең өсөн иң-иңе ул!

Мәктәптәме, колледждамы, училищеламы, институт­та булһынмы, һәр кемдең үҙенә яҡын бер уҡытыусыһы була. Ә башҡорт теленә, әҙәбиәтенә һөйөү тәрбиәләүсе, һәр саҡ аңлап, күңелемә ҡанат ҡуйыусы, ҡыйын ваҡытта ярҙам ҡулы һуҙыусы Зимфира Фазлиәхмәт ҡыҙы Ғүмәрова – минең өсөн иң-иңе.

Үҙебеҙҙең Фидан ағай

Милләтен яратҡан, үҙ хал­ҡының үткәне менән ҡыҙыҡһынған кеше тап Фидан ағай Сәғитов кеүек булырға тейештер, тип уйлайым. Яңыраҡ мәктәбебеҙҙә уның менән осрашыу булып үтте. 2016 йылдың аҙаҡтарында ғына уҡ атыу менән шөғөлләнә башлауына ҡарамаҫтан, етерлек тәжрибә туплап, ул «Мәргән уҡсы» һәм тағы ла күп кенә ярыштарҙа ҡатнашып өлгөргән. Фидан ағай беҙгә ян, уҡ хаҡында бик …

Continue reading ‘Үҙебеҙҙең Фидан ағай’ »

Балалар «Сулпан»ды ярата

Республикабыҙҙа берҙән-бер генә булған «Сулпан» балалар театры – Сибай ҡалаһында һәм Урал аръяғы райондарында ғына түгел, унан ситтә лә йәш тамашасылар өсөн күптән үҙ һәм яратҡан, һәр саҡ көтөп алынған ижади коллектив. Сөнки махсус ижад ителгән сәхнә әҫәрҙәре кескәйҙәр хөкөмөнә нәҡ уларса фекерләү, донъяны балаларса күреү, тойоу һәм баһалау кеүек үтә лә нәзәкәтле һәм һиҙгер …

Continue reading ‘Балалар «Сулпан»ды ярата’ »

«Япраҡтар ҡойолғанда мин тыуҙым…»

Был шиғыр юлдары көмөш быуаттың билдәле шағирәһе Марина Цветаеваныҡы. Әҙибәнең ижадын мәктәптәрҙә, юғары уҡыу йорттарында өйрәнәләр, ҡасандыр ул йәшәгән Мәскәүҙәге йорт күптән музейға әйләнгән. Һәр өлкән кеше был турала беләлер, ә балалар?

Ниндәй һөнәр һайларға?

Мәктәбебеҙҙә БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты уҡытыусылары, студенттары IX – XI синыф уҡыусылары менән һөнәр һайлау буйынса осрашыу үткәрҙе. Унда филология фәндәре докторы, башҡорт әҙәбиәте, фольклоры һәм мәҙәниәте кафедраһы доценты, башҡорт әҙәбиәте белгесе, яҙыусы Мирас Хәмзә улы Иҙелбаев, филология фәндәре докторы, башҡорт әҙәбиәте, фольклоры һәм мәҙәниәте кафедраһы доценты Илшат Камил улы Янбаевтар ҡатнашты.

Теш табибы килде мәктәпкә

Белем усағыбыҙҙа беренсе тапҡыр теш табибы Рәил Шәйехлимамов менән осрашыу булды. Ул беҙҙең амбулаторияла бер йылға яҡын ғына эшләүенә ҡарамаҫтан, ауылдаштарым араһында ихтирам ҡаҙанған. Йәш теш табибы килеүен бөтә мәктәп менән түҙемһеҙләнеп көттөк.