Һынамыштар, юрамыштар

*9 ноябрҙә ағастарға бәҫ ҡунһа, алдағы көндәр – һыуыҡ, томан булһа, йылы торор. * Көҙ оҙон килһә, яҙ һуңға ҡалыр. * Көҙ аҙағында түңәрәк-түңәрәк ваҡ ҡына боҙ яуһа, ҡыш һыуыҡ булыр. * Йорт ҡоштары баштарын ҡанаттары аҫтына йәшерһә, көн һалҡынайыр. * Ҡаҙ, өйрәктәр ҡарҙа ҡойонһа, көн йылыныр, буран булыуы ихтимал.

Иң-иңдәргә – «Артек»ка юллама

Республикабыҙҙың төрлө ҡалаларынан туғыҙынсы синыф уҡыу­сылары «Эколидер» конкурсының федераль этабында еңеүсе булып һөйөндө. Афариндар! Уларға бүләктең дә шәбе эләкте: «Артек» халыҡ-ара балалар үҙәгенә юллама!

Һаҡлайыҡ, ҡәҙерләйек!

Башҡортостаныбыҙ – бейек ғорур тауҙар, киң йылға-күлдәр, шишмәләр, ҡалын, ҡуйы урмандар, яландар, хуш еҫле сәскәләр, хайуандар иле. Яҙыусы, шағирҙар беҙҙең мөғжизәле төбәкте нисек кенә итеп һүрәтләмәй! Йәшәгән еребеҙ иҫ киткес йәмле, матур шул. Тик бына ошо гүзәллекте, хозурлыҡты юҡҡа сығара, бөтөрә башланыҡ. Үҙебеҙҙе йыртҡыс­тарса тотоп, тирә-яҡ мөхитебеҙҙе емереүҙе дауам итәбеҙ. Күпме ағас­тарҙы ауҙарабыҙ, сүп-сар ташлайбыҙ, …

Continue reading ‘Һаҡлайыҡ, ҡәҙерләйек!’ »

Ҡышҡа әҙерләнәләр

Ағастарҙың япраҡтары ҡыҙыл, һары төҫкә инеп, яйлап ҡына ҡойола башланы. Һылыу ҡайындар алтын төҫкә мансылып, хозурлыҡта ирәйешеп ултыра. Йәнлектәргә лә ҡышҡылыҡҡа әҙерләнергә ваҡыт етте. Терпеләр үҙҙәренә бәшмәк йыя. Ә айыуҙар йоҡларға урын хәстәрләй. Ҡоштар йылы яҡтарға юлланды. Турғайҙар, күгәрсендәр генә йыйынмай, сөнки улар бында ҡаласаҡ. Динә ҠОТОЕВА, V синыф уҡыусыһы. Хәйбулла районы, Подольск мәктәбе.

«Йәншишмә»нән ҡунаҡтар килде

Был хәбәр йәшен тиҙлегендә таралды. Ҡунаҡтар­ҙың да ниндәйе бит әле! Үҙебеҙҙең яратып уҡыған «Йәншишмә» гәзите хеҙмәткәрҙәре. Беренсе тап­ҡыр журналистар менән күҙгә-күҙ ҡарап аралашыу беҙҙең өсөн бик мөһим һәм ҡыҙыҡлы булды. Төрлө милләт – башҡорт, татар, урыҫ балалары – барыһы ла осрашыу­ға килде.

Гәзитле лә, бүләкле лә

Мәктәбебеҙҙә ҡыҙыҡлы осрашыуҙар булып ҡына тора. Был юлы – «Йәншишмә»ләр менән. Уларҙың килеүен түҙемһеҙләнеп көтөп алдыҡ. Ғәҙәти осрашыу түгел ине шул. Өфө ҡунаҡтары «Йәншишмә» – лото» уйынын да үткәр­ҙе.

Рухыбыҙға тоғро ҡалайыҡ

Күп быуаттар һин йырланың ҡурай моңон, Күп быуаттар һин йырланың яугир юлын; Минең өсөн һин бит йәшәү, бәхет үҙең; Мәңге йәшә, эй, һөйөклө башҡорт теле; Атам теле, әсәм теле – минең телем. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева яҙып ҡалдырған был юлдарҙы. Ә ни өсөн бөгөн ҡайһы берәүҙәргә башҡорт теле атам теле лә, әсәм теле лә …

Continue reading ‘Рухыбыҙға тоғро ҡалайыҡ’ »

Уғатарҙар кем ул?

Билдәле уҡсылар, ағалы-ҡустылы Сынбулат һәм Салауат Юлбирҙиндәр менән осрашыу беҙҙең хыялдарҙа ғына ине. Ә күптән түгел мәктәп етәкселеге уларҙы ҡунаҡҡа саҡырҙы. Уҡтан атыу буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе ағайҙар.

Башҡортса бейегән айыу

Ағалы-ҡустылы Рәшит менән Фират Ҡунаҡбаевтар бер йыл элек яҙғыһын сабынлыҡтарын ҡарап ҡайтырға бара. Шунда яралы айыу балаһына тап булалар. Инәһе күренмәй. Ни эшләргә? Ҡалдырып китеп булмай бит инде. Етмәһә, Фират – ветеринария табибы. Дауаларға, витаминдар биреп, хәл кергәнсе өйҙә тоторға кәрәк, тип бесәй ҙурлығындағы ғына хайуанды алып ҡайталар. Айыу балаһы Рәшит ағайҙарҙа ҡала. Ғүмер буйы …

Continue reading ‘Башҡортса бейегән айыу’ »