Эсәктән бәлеш

Әле һуғымдар һуйылып, иттең мул сағы. Эсәк-ҡарын да ашалып бөтмәгәндер, моғайын. Ә уларҙан әҙерләнгән бәлештәр бигерәк тәмле була бит.
Эшебеҙҙе эслек әҙерләүҙән башлайыҡ. Сөнки ул апаруҡ ҡына ваҡытты ала. Һыйыр йәки ат эсәктәрен һәм ҡартаһын башта ныҡлап йыуығыҙ. 30 – 40 сантиметр оҙонлоҡта ҡырҡығыҙ ҙа һәр киҫәген әйләндереп, һыуын алмаштыра-алмаштыра, 8 – 12 сәғәт ебетегеҙ. Һуңынан эҫе һыу менән бешек­ләп, эсәктәрҙең лайын таҙартығыҙ ҙа еҫе бөткәнсе бер нисә тапҡыр сайҡатығыҙ. 1 – 1,5 сантиметр тирәһе ҙурлыҡта киҫкеләп, туралған һуған, картуф, лавр япрағы, тоҙ, борос ҡушып бутағыҙ. Эслек булды.
Бәлеш тышы былай әҙерләнә: 1 стакан һөткә әҙ генә һыу, иретелгән май йәки маргарин, 1 ҡалаҡ майонез, 1 йомортҡа, тоҙ һалып, йомшаҡ ҡына итеп ҡамыр баҫабыҙ. Уны икегә бүләбеҙ, бер бүлеме – бәлештең аҫты, ҙурыраҡ булырға тейеш. Йәйеп, майланған табаға һалабыҙ ҙа өҫтөнә әҙер фаршты матурлап йәйәбеҙ. Ҡалған ҡамыр менән ҡаплап, ситтәрен йәбештереп тотабыҙ. Уртала тишек ҡалдырып, ҡамыр киҫәгенән эшләнгән ҡапҡас менән ҡаплайбыҙ. Уны асып ҡарап, эслектең бешкәнме-юҡмы икәнлеген тикшереп торорға һәм ҡоро булмаһын өсөн һурпа йәки һыу өҫтәргә була.
Тәмле бәлеш духовкала йәки мейестә бешерелә һәм 30 – 40 минутта әҙер була.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code