Өләсәйем бүләге

Өләсәйем беҙгә йыл һайын «Йәншишмә» гәзитен яҙҙыра. Уға был бүләге өсөн рәхмәт. Бөтәбеҙ ҙә башҡорт телен яратып өйрәнәбеҙ. Шуға гәзитте күмәкләп уҡыйбыҙ. Китаптар ҙа күп өйөбөҙҙә. Мостай Кәримдең «Беҙҙең өйҙөң йәме», «Өс таған» әҫәрҙәрен өләсәйем менән бергәләп уҡыныҡ. Оксана менән Йәмил һоҡландырҙы. Бер-береһенә яратып, ағайым, һеңлем, тип өндәшәләр.
Вәзир, Ғабдулла, Айҙар, Яҡуп – шәп малайҙар, ысын дуҫтар. Минең дә улар кеүек булғым килә.

Таһир ФӘССӘХОВ, III синыф уҡыусыһы.
Салауат районы, Арҡауыл мәктәбе.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code