Өләсәйҙәр тәрбиәһе – хазина тулы һандыҡ

Гөлназ менән Азамат Сәйетғәлиндәрҙе «Йәш ғаилә – 2016» конкурсында осратҡайным. Унда Өфөләге ете район вәкилдәре иң-иңе булыу өсөн көрәшкәйне. Гөлназ Фәнис ҡыҙы – баш ҡалалағы 237-се балалар баҡсаһы мөдире, Азамат Урал улы – эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре. Улар менән бергә 8 йәшлек ҡыҙҙары Әминә, 3 йәшлек кенә улдары Рамаҙан һәм матур итеп милли кейемдәр кейгән өләсәйҙәре лә килгәйне. Өлкән йәштәге инәйҙәр икеһе лә шундай һөйкөмлөләр, йөҙҙәре балҡып, үҙҙәренә тартып торалар ине. Гөлназ Фәнис ҡыҙы думбырала уйнағанда Әминә өләсәһе ейәнсәре менән өйрөлөп йөрөп бейене, ә Шәмсиямал өләсәһе мәктәп йылдарында ятлаған оҙон ғына шиғырҙы һөйләп, барыһын хайран иткәйне. Килгән ҡунаҡтарҙы улар фойела ана шулай ҡаршы алды.

Хәҙер был ваҡиғаға йылдан артыҡ ваҡыт үтте инде. Шәмсиямал инәй ҙә баҡыйлыҡҡа күскән. Өләсәйҙәренә оло ихтирам менән ҡараған Гөлназ Фәнис ҡыҙы: «Өләсәй тәрбиәһе күргән ҡыҙҙар, малай­ҙар – иң бәхетле балалар», – ти. Бының менән килешмәйенсә мөмкин түгел һәм бөгөн беҙ нәҡ шул турала һөйләшмәксебеҙ.
Балалар үҫтергәндә, ысынлап та, өләсәйҙәр мөһим роль уйнай. Ни өсөн тигәндә, нисек кенә тырышмаһын, көн буйына эштә йөрөгән әсәйҙәрҙең иғтибары сабыйҙарына барыбер етеп бөтмәй. Ә өләсәйҙең мөхәббәтен, наҙын башҡаса берәү ҙә алыштыра алмай.
– Мин үҙем уларға иркәләнеп үҫтем. Атайым яғынан өләсәйемдәр Әлшәй районының Ибрай ауылында йәшәһә, әсәйем яғынан – Дәүләкән районының Яңы Аҡҡолай ауылында, – ти Гөлназ Фәнис ҡыҙы. – Уҡыу йылы тамамлан­ған көндән август аҙағына тиклем ҡайтмайбыҙ.
Иң мөһиме – улар арҡаһында телебеҙҙе яҡшы беләбеҙ. Ҡалала үҫкәс, күберәк урыҫса һөйләшә торғайныҡ. Ә улар: «Беҙ һеҙҙе аңламайбыҙ. Баш­ҡортса әйтегеҙ», – ти ҙә торалар ине. Ҡайҙа бараһың инде, өйрәндек.
Әлеге көндә Сәйетғәлин­дәр­ҙең үҙҙәренең ике балаһы ла саф башҡортса һөйләшә. Әминә 115-се гимназияла IV синыфта белем ала. Һәйбәт уҡый. Быйыл бына тигән итеп баш ҡала Шыршы байрамын башҡорт телендә алып бар­ған. Һигеҙ йәшендә «Һаумы, һаумы, әкиәт!»тә ҡатнашҡан. Номинацияла еңеүсе булған. Тағы ла матур итеп йырлай, һүрәт төшөрөргә әүәҫ. Артабан һынлы сәнғәт мәктәбендә уҡырға ла теләге бар. Ғөмүмән, ул бөтә нәмәгә ижади ҡарай. Яҡындарын төрлө тәмлекәстәр менән һыйларға яратҡан ҡыҙ өҫтәлгә ултыртыр алдынан уларҙы башта биҙәй. Тәмле лә, матур ҙа булһын, йәнәһе. Эйе, өҫтәл йәмле булһа, ашауы ла күңелле инде. Рамаҙан әлегә балалар баҡсаһына йөрөй. Оҙаҡламай 6 йәш тула. Ул бәләкәйҙән көрәш менән ҡыҙыҡһына.
Әминә менән Рамаҙан да өләсәйҙәрендә ҡунаҡта булырға бик ярата. Әйткәндәй, аталарының әсәһе – шул уҡ Яңы Аҡҡолайҙан. Гөлназ буласаҡ тормош иптәше менән ауылға ялға ҡайтҡан ваҡытында таныша. Әминә өләсәһе шаяртып: «Ейәнсәремә кейәүҙе үҙем һайланым», – тип кенә ебәрә. Хәҙер бер ауылда – ике өләсәй. Шәп тә инде.
– Өләсәйем әле лә минең өсөн шул тиклем яҡын, ҡәҙерле кеше. 87 йәшкә еткәндә лә теремеклеген, зирәк аҡылын юғалтмаған. Төплө кәңәштәренә һаман да мохтажмын. Һәр ваҡыт: «Иреңә ҡаршы өндәшмә. Тылсымлы төймә ҡап та ауыҙыңды яп, – тип ҡабатларға ярата. – Үҙемдең ҡыҙҙарыма ла шуны әйтеп үҫтер­ҙем. Ғаиләнең ныҡлығы ана шунда».
Аҡыллы кәңәштәрен һәр ваҡыт үтәргә тырышам. Ҡы­ҙыма уның исемен ҡуштым. Әминә тигән исем мәктәптә уҡыған сағымда уҡ оҡшай тор­ғайны. Ә өләсәйем үҙе менән булған бер хәлде һөйләгәс, тағы ла нығыраҡ ҡыҙыҡһындым.
Уның әсәһенең, йәғни минең ҡарт өләсәйемдең, ни өсөндөр тыуған бер балаһы үлеп тор­ған. Ә өләсәйем менән ауырлы йөрөгән сағында ауылдан үтеп бар­ған дәрүиштәрҙең береһе: «Һинең ҡыҙың тыуа, исемен Әминә тип ҡушырһың», – тигән. Уны тыңлағандар һәм өләсәйем шулай иҫән ҡалған. Ысынлап та, исемдәр ҙур мәғәнәгә эйә шул. Әминә – хәүеф, ҡурҡыныс янамай, тигәнде аңлата. Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең әсәһе лә Әминә булған бит.
Өләсәйҙәр… Әле үҙебеҙҙең балаларҙы тәрбиәләгәндә лә уларҙың ярҙамдарын күреп, тойоп йәшәйбеҙ. Иптәшем график менән эшләгәс, ялы минеке менән һәр ваҡыт тура килмәй. Шул саҡта өләсәйҙәр килә һалып етә. Әсәйем эшләй, шулай булһа ла, яратҡан ейәне менән ейәнсәренә ваҡытын таба. Беҙ – уның менән коллегалар һәм яҡшы әхирәттәр. Оҙаҡ йылдар балалар менән эшләгәнлектән, тәжрибәһе лә етерлек. Эргәлә бул­ғас, оло терәк. Ауылдан ҡәйнәм дә йыш ҡына килеп тора. Балаларҙы алып музей­ҙарға, циркка йөрөйҙәр. Иптәшемдән уңдым. Ул – хәстәрлекле ғаилә башлығы, яҡшы атай. Ялдарыбыҙ тура килһә – беҙҙең өсөн байрам. Күмәкләп саф һауала йөрөргә яратабыҙ, парктарға барабыҙ, санала, тюбингтарҙа бергәләп шыуабыҙ, ауылға ҡайтабыҙ.
Киләсәктә тағы ла берәй ғаилә байрамында ҡатнашыр­ға уйлайбыҙ. Унда еңеү ҙә мөһим түгел. Күркәм ғаиләләр менән танышаһың, аралашаһың. Шул тиклем матур тәь­ҫораттар алаһың.
Һоҡланғыс ғаилә, бына кемдәрҙән өлгө алырға кәрәк.

Хәлиҙә ЧЕМБАРИСОВА.
Өфө ҡалаһы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code