Республика көнөнә арнап

Өфөлә Башҡортостан Республикаһы көнөнә ҡарата шәп клип төшөрөлгән. Патриотик видеороликты байрам алдынан 136-сы башҡорт лицейы уҡыусылары яҙҙырған.

Дүрт минутлыҡ клипҡа Өфөнөң төп иҫтәлекле урындары һәм баш ҡалабыҙҙың күркәм күренештәре ингән. Уҡыусылар был байрамдың берҙәмлек, тыныслыҡ һәм татыу­лыҡ билдәһе икәнлеген күрһәтеү өсөн видеояҙмала ҡурай моңдарын һәм өс йырҙы файҙаланған. Ул Баш­ҡортостан гимнын (Рауил Бикбай һәм Рәшит Шәкүр һүҙҙәренә Фәрит Иҙрисов көйө) башҡарыу менән башлана, артабан видеояҙма «Песняры» ансамбленең билдәле «Уголок России» (Владимир Шаинский көйө, Екатерина Шевёлева шиғыры) йыры менән дауам итә. Өсөнсөһө — Артур Туҡтағоловтың Вәлиәхмәт Бәҙретдинов һүҙҙәренә ижад иткән «Мәктәбем» йыры.
Клиптың аҙағында балалар Рәсәй һәм Башҡортостан флагтары төҫөндәге шарҙар тотоп, йөрәк формаһында теҙелеп баҫа. Шул рәүешле Мөхәмәт Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейының III, VI һәм VII синыф уҡыу­сылары тыуған төйәгенә һөйөүен белдергән. Гүзәл Шакирйәнова менән Дилара Ҡаһарманова – режиссёрҙар, видеоны Рәмил Фазлетдинов эшкәрткән. Проектҡа 42-се лицей директоры урынбаҫары Гөлсара Хәтмуллина етәкселек иткән, тип хәбәр итә Октябрь районы хакимиәте.

 

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code