Өфө боҙондағы рекорд

Эйе, рекорд ҡуйылды! «Салауат Юлаев» менән «Локомотив» (Ярославль) уйнағанда КХЛ тарихында иң тиҙ гол индерелде. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уны беҙҙең ҡапҡасыбыҙ Бен Скривенс үткәрҙе. Уйын башланып, биш секунд та уҙманы – гол… Исемен тарихҡа яҙҙы инде. Әйткәндәй, элекке рекорд Александр Радуловта ине. Ул «Салауат Юлаев»та уйнаған сағында «Югра» ҡап­ҡаһына алтынсы секундта гол индергәйне. Бына бит нисек! Радуловҡа еткән хоккейсыны хәҙер табыуы ҡыйын. Һоҡландырған, ҡыуандырған саҡтарын һағынып иҫкә ала көйәрмәндәр.

Юлаевсылар «Локо» менән уйынын насар башланы. Беренсе осорҙа уҡ ике гол үткәреп, 0:2 иҫәбенә еңелеп бара инеләр. Ярай әле тренерҙарыбыҙ Бен Скривенсты алмаштырҙы. Уның урынына Андрей Кареев сыҡҡас, хәл бөтөнләй үҙгәрҙе. Ышаныслы уйнаны, ҡапҡаһында ныҡ тор­ҙо ул. Күпме тапҡыр ҡотҡарҙы ла. Юлаевсылар икенсе осор­ҙа уҡ иҫәпте тигеҙләп тә ҡуй­ҙы. Голдар – Михаил Юньков менән Теему Хартикайнен иҫә­бендә. Ә өсөнсө осорҙа беҙҙекеләр ҙә, ҡунаҡтар ҙа күберәк һаҡланыу яғын ҡараны. Шулай ҙа хәл иткес голды юлаевсыларҙан Йоонас Кемппайнен индерҙе – 3:2! Тағы ла еңеү! Етенсе урын­ға күтәрелдек.
Был көндө көйәрмәндәр өсөн хәйриә акцияһы ла ойош­торолдо. Бик хуп! Хоккей ҡарарға килеүселәр меңдән артыҡ йомшаҡ уйынсыҡ һатып алып, 216 мең һум аҡса йыйылды. Ауыр сирҙән яфалан­ған һигеҙ йәшлек Мәҙинә Хәйбрахмановаға ярҙамға тотоноласаҡ икән. Был йыйыл­ған аҡса тағы ла Дарина Фәйзуллова­ға – коляска, ә Яна Маль­це­ваға – мах­сус корсет алыу һәм Дима Крючковҡа балалар үҫеше үҙәгендә шөғөлләнеү өсөн дә еткән.
Көйәрмәндәргә рәхмәт әйтке килә. Изгелек ерҙә ятып ҡалмай!
Юлаевсыларҙы хәҙер тағы ла һынауҙар көтә. Сит май­ҙанда береһенән-береһе ауыр алты уйын үткәрәсәктәр. Бөгөн – «Аҡ Барс», 20-һендә – «Сочи», 23-өндә – «Себер», 25-ендә – «Барыс», 27-ендә – «Авангард» һәм 29-ында «Югра» менән алыш буласаҡ.

М. КӨЙӘРМӘНОВ.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code