«Әтеү, туҡмамайыҡ!»

Уймаҡ хикәйә

– Гөлнур, һине V «Б» синыфынан Урал киноға алып барған икән? – тип ҡаршыланы мине мәктәп ҡапҡаһы алдында көтөп торған синыфташым Рәмилә.
– Юҡсы! Кем әйтә?
– Үҙе һөйләне.
– Ҡасан?
– Бөгөн мәктәпкә килешләй.

– Туҡмайым мин ул Уралды!
– Әйҙә, бергәләп!
– Ә һин ниңә уға тейә­һең?
– Киноға мине алып бармаған өсөн.
Аптырап ҡалдым. Мин бит алдашҡаны өсөн Уралдан үс алырға уйлайым, ә Рәмилә… Әллә күҙе төшкән инде?
– Киноға бер билет 50 һум тора, ике кешегә – 100. Ҡай­ҙан алһын, ти, ул? – тигән булдым.
– Һине алып барманымы ни?! – Рәйлә шатланып китте. – Әтеү, туҡмамайыҡ!

Гөлнур ЯҠУПОВА.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code