Әҙәп, бәхет бергә йөрөй

Һуңғы йылдарҙа эскелектең өлкәндәр араһында ныҡ таралыуы, улай ғына ла түгел, балалар һәм үҫмерҙәр алкоголизмы тигән төшөнсә барлыҡҡа килеүе бик аяныслы хәл. 15 – 16 йәшлектәрҙең республикала был хроник ауырыу буйынса иҫәптә тороуы ҡот осҡос бит. Кем ғәйепле һуң бында?

Күп нәмә ғаиләнән килә. Тыу­ған көндәр, бүтән табындар иҫерткес эсемлекһеҙ үтмәй тиерлек. Матур теләктәр теләгәс, бокалдарҙы сәкәштереп тороп эсеп ебәреү шул тиклем ғәҙә­ти күренешкә әйләнгән. Ә бала­лар өлкәндәр менән гел бер табында. Элек, беҙ бәләкәй саҡта, берәй әхирәте килеп, самауыр ҡайнатып, сәй эсеп, һөйләшеп ултырғанда ла әсәй беҙҙе ымы йәки ҡулының хәрәкәте менән генә ҡыуып ебәрә торғайны, мәжлескә яҡын барыу ҡайҙа ул! Шулай хатта өлкәндәрҙең ниҙәр һөйләшкәнен тыңлау ҙа тыйылды. Ләстит тыңламағыҙ, һөйләмәгеҙ, ти торғайнылар.
Ә хәҙер үҙҙәре үк балаларын бер өҫтәл артында ултыртып тороп сәкәштереп эсергә өйрәтәләр. Яйы ла сығып тора бит әле – бына нисә йыл инде магазин кәштәләрендә балалар шампан шарабы, шуның шешәһенә оҡшаш һауытҡа һалын­ған, әллә ҡайҙан үҙенә ылыҡтырып торған төҫлө һүрәтле эсемлектәр тулып ултыра. Мә, алығыҙ, балаларығыҙҙы ла эсергә өйрәтә тороғоҙ, тип сы­ғар­ғандар инде уларҙы. Айырыу­са Яңы йыл алдынан күбәйә был эсемлектәр. Градусы булмаһа ни: уның ҡарауы, бала-сағаның ҡулы рюмка тоторға өйрәнә тора, үҙен психологик яҡтан әҙерләй. Саҡ ҡына ҙурайҙымы, һыраға күсәсәк, шунан – ара­ҡыға. Ә уны етештереүселәр өсөн был бик кәрәк, сөнки ошолай итеп киләсәккә һатып алыу­сылар әҙерләйҙәр. Үҙҙәре лә эсергә яратҡан өлкәндәр был турала артыҡ уйланып тормай шул.
Эйе, белеп торабыҙ, атай-әсәй­ҙәрҙең эскелеге арҡаһында күп ҡыҙҙар һәм малайҙар иреш-талаш күреп, ҡайһы берҙәре хатта үҙҙәре лә ҡыйырһытылып, туҡмалып йәшәргә мәжбүр. Ярай ҙа ваҡытында йәмәғәтселек аяныслы хәлдәрен белеп ҡал­һа. Социаль хеҙмәткәрҙәр уларҙы шундай тормоштан йолоп алып, ваҡытлыса приюттар­ға урынлаштыра. Атай-әсәйҙәре тере килеш балалар йорттарында тәрбиәләнеүселәр ҙә күп. Алма ағасынан алыҫ төшмәй, тиҙәр. Шулай ҙа ундай әсәйҙәр­ҙең, атайҙарҙың ҡылығынан үрнәк түгел, ә ғибрәт алып, иҫерткес эсемлектәргә ҡарата кире ҡарашта булып үҫеү һәр баланың үҙенән тора ул. Шайтан ағыуының кешене ниндәй түбәнлеккә төшөрөүен күрәбеҙ, беләбеҙ бит.
Элегерәк күберәк малайҙар эскелеккә бирелһә, хәҙер ҡыҙ­ҙар араһында ла күҙәтелә. Әлбиттә, имен булмаған ғаилә­ләр­ҙә тәрбиәләнгән үҫмерҙәр иҫерткес эсемлекте лә татып ҡарай. Тәртипле генә тиҫтерҙәрен, синыфташтарын да ҡотортоп, үҙҙәре артынан эйәртергә генә торалар. Хоҡуҡ һаҡлау органдарында эшләгән хеҙмәткәр­ҙәр әйтеүенсә, хәҙер үҫмерҙәр йыш ҡына аулаҡ урындарҙа йыйылышып, спиртлы эсемлектәр менән тыуған көн йәки берәй байрамды билдәләргә әүәҫләнеп алған икән. Һаҡ булырға, ундай ергә саҡырыуҙарҙан баш тартырға кәрәк. Юғиһә, бәләгә тарыуыңды көт тә тор. Көҙөн баш ҡалала шундай йыйылыштың бер үҫмер ҡыҙ өсөн бик күңелһеҙ тамамланыуы тураһында ишеткәнһегеҙҙер. Нимә яҡ­шы, нимә насар икәнен һеҙгә аң­латып тороу кәрәкмәй. Үҙегеҙ ҙә беләһегеҙ. Әҙәп, әхлаҡ, бәхет төшөнсәләре йәнәш йөрөгәнен иҫегеҙҙән сығармағыҙ.

Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code