Һынауҙар бара

Сығарылыш синыф уҡыусылары өсөн ҡыҙыу мәл. Тулҡынланып көтөп алған Берҙәм дәүләт имтихандары бара. Нисек тапшырырмын, һөҙөмтәләрем нисек булыр, юғары уҡыу йортона инә алырмынмы? Оло тормош юлына аяҡ баҫырға торған ҡыҙҙар һәм егеттәрҙе мең төрлө һорауҙар борсой. Ата-әсәләре лә улар менән бергә хафалана.

Әле Берҙәм дәүләт имтиханында 20 мең 400 сығарылыш уҡыусыһы ҡатнаша. Имтихан үткәреү пункттары металл эҙләү ҡоролмалары, видеокүҙәтеү, телефон бәйләнешенә ҡаршы системалар менән йыһазландырылған, контроль-үлсәү материалдары һынау башланыуға бер нисә минут ҡалғас ҡына баҫыла.
Тәүге һынауҙар 29 майҙа уҙҙы. Мәғариф министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, географияны – 900-ҙән ашыу кеше, информатика һәм мәғлүмәти-коммуникацион технологияны 3 меңләгән уҡыусы һайлаған, 69 һынау үткәреү пункты йәлеп ителгән.
2015 йылдан математика база һәм йүнәлешле кимәлдәргә бүленгәйне. Тәүгеһе буйынса имтихан 31 майҙа үтте. Уны уңышлы тапшырыу өлгөргәнлек аттестаты алыуға булышлыҡ итәсәк. Йүнәлешле кимәлендәге имтиханды математика фәне талап ителгән уҡыу йорттарын һайлағандар 2 июнь көнө бир­ҙе.
Ун беренселәр йәмғиәтте өйрәнеүҙән – 5-дә, физика һәм урыҫ әҙәбиәтенән 7 июнь белемдәрен тикшерҙе. Ә бөгөн барыһы ла мотлаҡ рәүештә урыҫ теленән инша яҙа. 13 июнь – сит телдәрҙән яҙма, 15-е, 16-һы телдән һынау көтөлә. Химия һәм тарихтан БДИ 19 июндә уҙа. Резерв көндәр – 20 июндән 1 июлгә тиклем.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code