Һинең менән донъя йәмле!

Атайым әсәйем менән.

Атай, һинең тыйнаҡ йылмайыуың,
Сабырлығың, тыныс аҡылың
Бәләкәйҙән миңә терәк булды,
Һин булғанға бөгөн аҡ юлым.

Һинән генә йәшәү көсө алам,
Һин булғанға башым юғары.
Маяҡһың һин миңә һәр ваҡытта,
Шуға ышаныслы юлдарым.

Атай, һинең менән донъя йәмле,
Шат йылмая һәр көн әсәйем.
Ошо йылмайыуҙан көс-дәрт алып,
Тыныс күңел менән йәшәйем.
Тыңламаған саҡтар булғандыр ҙа,
Хаталарым булһа, ғәфү ит.
Рәхмәт һиңә, атай, барлығыңа!
Һин – донъяла иң шәп атай бит!
Был шиғыр юлдары атайыма арнал­ған кеүек. Әле яңыраҡ уның тыуған көнө булды. Уны байрамы менән ихлас күңелдән ҡотлайым.
Тәбиғәттең иң матур яҙ айында Өмөтбай ауылында Зәйнуллиндар ғаиләһендә ир бала тыуа. Уға ҡартатайым менән ҡартәсәйем Илдус тип исем ҡуша. Ул «илдең дуҫы» тигәнде аңлата. Башланғыс һәм урта белемде тыуған ауылында алып, 1992 – 1995 йылдарҙа Сибай педагогия училищеһында уҡый. Һуңынан Башҡорт дәүләт университетына уҡырға инә. Уны ҡыҙыл дипломға тамамлап, тыуған ауылы Өмөтбайға башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып ҡайта. Яуаплы, тырыш, дәртле йәш уҡытыусының эше тиҙ арала күренә. Уны директор­ҙың уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары итеп ҡуялар. 2004 йылда баш­ҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса республика конкурсында ҙур уңышҡа өлгәшеп, «Башҡортостандың атҡаҙан­ған уҡытыусыһы» исеменә лайыҡ була, шулай уҡ Рәсәйҙең иң яҡшы уҡытыу­сылары бәйгеһендә еңеп сыға.
Мәктәптә эшләгән ваҡытта әсәйем менән танышалар. Күп тә үтмәй, ғаилә ҡороп, бергә татыу ғына йәшәй башлайҙар. Әле беҙ дүрт бала үҫәбеҙ. Иң өлкәне мин булһам, тағы ла ҡустым Инсаф, һеңлеләрем Айгүзәл менән Мәҙинә бар. Бөтәбеҙ ҙә йырларға, бейергә, китап уҡырға яратабыҙ. Лицейҙа үткән синыфтан тыш сараларҙа һәр ваҡыт ҡатнашабыҙ.
Әлеге ваҡытта атайым Баймаҡ ҡалаһында мәғариф бүлеге етәксеһе булып эшләй. Ситтән ҡарағанда етди күренһә лә, бик йомшаҡ күңелле һәм яғымлы ул. Тәртип ярата, беҙҙе һәр ваҡыт бөхтә, таҙа һәм әҙәпле булырға өйрәтә.
Минең атайым – бик ихлас кеше. Һәр кемгә ярҙам итергә әҙер тора. Беҙгә инде дәрес әҙерләгәндә лә, баш­ҡа эштәрҙә лә беренсе ярҙамсыбыҙ, кәңәшсебеҙ. Өфөгә барһа, төрлө-төрлө матур китаптар алып ҡайта.
Шулай уҡ атайым техниканы бик ярата. Тракторҙа, машинала оҫта йөрөй. Ҡустым Инсаф – уң ҡулы. Бесән эшләгәндә, утын әҙерләгәндә, техника йүнәткәндә һәр ваҡыт бергәләр. «Атай – донъя тотҡаһы», «Аталы бала – арҡалы», тип юҡҡа әйтмәгәндәр. Ул ғүмерлеккә беҙгә ысын өлгө булып ҡаласаҡ. Fүмер миҙгелеңдең матур байрамында, атай, һиңә ҡоростай ныҡлы hаулыҡ, ҡурай моңондай оҙон ғүмер, муйыл сәскәhендәй аҡ бәхеттәр, йән тыныслығы, барлыҡ өмөт-хыялдарыңдың тормошҡа ашыуын, әсәй менән иҫәнлек-hаулыҡта тигеҙ ғүмер итеп, ғаиләбеҙгә терәк-таяныс булып, һәр беребеҙҙе ҡыуандырып, ҡайғы-хәсрәт күрмәй, оҙон-оҙаҡ йәшәүеңде теләйбеҙ. Ә беҙ, балаларың, һине үҙебеҙҙең «бишле»ләребеҙ менән һөйөндөрөп торорға тырышырбыҙ.
Һин булғанға беҙҙең тормош матур,
Һин бит беҙгә оло терәк.
Йондоҙҙарға Ай нисек кәрәк,
Һин дә беҙгә шулай бик кәрәк.

Йәнгүзәл ЗӘЙНУЛЛИНА.
Баймаҡ ҡалаһы, 4-се лицей.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code