Һикһәнде уҙһалар ҙа

Мин үҙемде бик бай кеше итеп һанайым. Ни өсөнмө? Яуап бик ябай ғына: атай-әсәйем, өләсәйем менән ҡартатайым ғына түгел, ҡарт ҡартатайым менән ҡарт өләсәйем дә бар. Улар өләсәйемдең атаһы менән әсәһе – Ғәфирә Сәйфулла ҡыҙы менән Өпөлхаҡ Абдулхаҡ улы Сәлиховтар. Быйыл 21 ғин­уарҙа бергә йәшәй башлауҙарына 60 йыл тулды.

Ҡарт өләсәйем менән ҡарт ҡартатайым Күгәрсен районының Сәлих ауылында ғүмер итә, мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрайҙар. Өпөлхаҡ ҡартатайым 81 йәштә булыуына ҡарамаҫтан, машинала йөрөй. Хәрәкәттә – бәрәкәт, тигәндәй, эшһеҙ тора алмай, күпләп бал ҡорто то­та. Ғәфирә өләсәй ҙә бик егәрле, тәмле аштар, бәлештәр бешерә. Йәй көнө баҡ­саһында ниндәй генә йәшелсә үҫтермәй?! Ә сәскәләре күҙҙең яуын алып ултыра.
Ҡарт өләсәйем – бик өлгөр кеше, биш намаҙҙы ҡалдырмай уҡый, миңә йыл да йылы ойоҡбаштар бәйләп бирә. Улар дүрт бала үҫтергәндәр – өс ул һәм бер ҡыҙ. Барыһына ла юғары белем алырға ярҙам иткәндәр. Хәҙер инде ейән-ейәнсәрҙәрен үҫтерешеп, бүлә-бүләсәләрен һөйөп йәшәйҙәр. Өләсәйем менән яндарына йыш барабыҙ, сөнки улар иғтибарға ла, ярҙамға ла мохтаждар. Оҙаҡ йылдар татыу ғүмер кисергән ҡартатай, өләсәйемдән барған һайын илһам, көс-дәрт, күңел байлығы алып ҡайтабыҙ. Тормош һынауҙарына бирешмәй, алдағы көнгә яҡты өмөттәр бағлап, беҙҙе ҡыуандырып йәшәгеҙ ҙә йәшәгеҙ, ҡәҙерлеләребеҙ.

Артур ЗАҺИҘУЛЛИН, иң өлкән бүләһе.
Күгәрсен районы, Яңы Хвалын мәктәбе.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code