Һаулыҡты тикшергәс кенә

Рәсәй Федерацияһының Мәғариф һәм фән министры Ольга Васильева яңыраҡ бер интервьюһында физкультура дәрестәрендә уҡыусыларҙы һаулыҡтары буйынса төркөмдәргә бүлергә кәрәклеге тураһында белдерҙе. Уның әйтеүенсә, уҙған уҡыу йылында ил буйынса физкультура дәрестәрендә 211 баланың ғүмере өҙөлгән. Бынан һуң мәктәп табибы уҡытыусыға ҡайһы уҡыусының ниндәй һаулыҡ төркөмөнә ҡарауы тураһында хәбәр итергә тейеш. Ә баланың мөмкинлектәре тураһында белеп торғас, физкультура дәресендә унан хәленән килмәҫтәй нормативтарҙы үтәүен талап итмәйәсәктәр. Министрҙың һүҙҙәре буйынса, был система урта һөнәри белем биреү учреждениеларында уҡыған балиғ булмағандарға ла ҡағыла.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code