Һаман да мәрәй юғалтабыҙ

«Салауат Юлаев» үҙ боҙонда өс уйын үткәрҙе. Өсөһөндә лә еңербеҙ кеүек ине. Килеп сыҡманы шул…
«Автомобилист»ты (Екатеринбург) – 5:3, «Лада»ны (Тольятти) 4:1 иҫәбенә оттоҡ. Ә бына Силәбенең «Трактор»ы­нан буллит буйынса еңелдек – 3:4. Әлеге лә баяғы командала тәртип юҡ. Силәбеләр юлаевсыларҙың штраф ваҡыты алып, аҙсылыҡта ҡалыуынан оҫта файҙаланды. Өс гол үткәрҙек.
Кисә беҙҙең хоккейсылар «Металлург» (Магнитогорск) менән алышты. Был уйын хаҡында гәзитебеҙҙең киләһе һанында уҡырһығыҙ.

М. КӨЙӘРМӘНОВ.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code