Һай, үҙебеҙҙең бишенселәр!

Ҡабан йылында тыуғандар тырышлығы, сослоғо, ихтирамлығы менән айырылып тора. Алдарына ҡуйған маҡсаттарын тормошҡа ашыралар.
Беҙҙең мәктәптең бишенсе синыфтары ла – тап шундайҙар. Тырыштар, әүҙемдәр үҙҙәре. Уҡыуҙа ла һис кенә һынатмайҙар. Улар араһында һәр яҡлап өлгөлө булғандар ҙа бар.
Мәҫәлән, Азамат Ҡарағолов бигерәк шәп инде. Бейей ҙә, йырлай ҙа, оҫта итеп шиғыр һөйләй, хатта киноға ла төшөп өлгөргән. Ҡатнашмаған ярышы юҡтыр. Район, республика кимәлендә лә алдынғы ул, гел призлы урындар яулай. Шулай уҡ һылыу, уңған ҡыҙҙар ҙа етерлек. Фирүзә Миңлеғолова, Ҡәҙриә Салауатова, Камила Баяновалар моңло итеп йырларға әүәҫ. Бейеү менән йырҙан тыш, спорт менән шөғөлләнергә лә яраталар. Хоккей, футболды оҫта уйнайҙар.
Ошондай һәләтле ҡыҙҙар һәм малай­ҙарҙың гел алдынғы булып йөрөүҙәрен теләйем. Яңы йыл уларға яңы шатлыҡ­тар, уңыштар ғына килтерһен.

Зәлиә АЛТЫНБАЕВА, йәш хәбәрсе.
Бөрйән районы, Байназар мәктәбе.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code