Һабантуй

Яҙғы сәсеү тамамланғас,
Халҡым сыға баҫыуға.
Һабан туйы батырҙарын
Маҡтап телгә алырға.

Унан китә ярыштар:
Көршәк ватыу, сабыштар,
Ҡолға башына менеү,
Арҡан менән тартыштар.

Батырҙар сыға уртаға,
Таҫтамал бәйләп билгә.
Бөтәһендә лә бер һорау –
Тәкә эләгер кемгә?

Шул ҡәҙәр күңелле байрам
Күскән беҙҙең көндәргә.
Халҡымдың ҡомартҡыһын
Һаҡлайыҡ бергә-бергә!

Әҙилә ШӘЙБӘКОВА.
Дүртөйлө ҡалаһы, Назар Нәжми исемендәге башҡорт гимназияһы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code