Һаҡсыллыҡҡа өйрәтәбеҙ

«Бала күңеле – аҡ ҡағыҙ, ни яҙһаң, шуны уҡыр­һың», – тиҙәр. Уларҙы кесе йәштән яҡшылыҡҡа, әҙәп-әхлаҡҡа өйрәтеп үҫтерһәк, киләсәгебеҙ ҙә өмөтлө булыр. Һәр балаға тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш, ҡоштар һәм хай­уандарға ҡарата йәлләү тойғоһо һәм ихтирамлылыҡ, ағастар һәм үҫемлек­тәргә һоҡланыу тойғоһо тәрбиәләү мөһим.
Беҙҙең «Сулпылар» балалар баҡсаһында мәктәпкәсә йәштәге кескәйҙәргә экологик тәрбиә биреү өсөн күп эштәр башҡарыла. Тәбиғәт ҡосағында үҙеңде дөрөҫ тотоу ҡағиҙәләрен өйрәтеүгә төрлө алымдар ҡулланыла, күп саралар үткәрелә.

Беҙ коллегам Айгөл Сабитова менән «Бал ҡорттары» төркөмөндә «Өләсәйҙә ҡунаҡта» исемле күргәҙмә ойошторҙоҡ. Тәрбиәләнеүселәргә ҡатырғанан эшләнгән ауыл өйө, баҡсалағы йәшелсә үҫентеләре, сәскәләр, ҡуралағы арбалы ат, төҫлө ҡәләмдәрҙән эшләнгән урам ситендәге баҫма, йыл­ғала йөҙгән һары себештәр, һуған тейәлгән вагондар тағылған поезд – барыһы ла матур килеп сыҡты. Кескәйҙәр уларҙы һоҡланып, ихлас күҙәтеп һәм мауығып ҡараны.
Тәбиғәт – кешелек донъяһының әсәһе. Ул – беҙҙең тыуған йортобоҙ. Һәммәбеҙ ҙә тәбиғәтте һаҡлауға үҙ өлөшөбөҙҙө индер­һәк, ябай ҡағиҙәләрҙе үтәһәк ине. Шул ваҡыт­та ғына донъялар таҙа, һауабыҙ саф буласаҡ.

Гүзәлиә ТУЙСИНА, «Сулпылар» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.
Сибай ҡалаһы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code