Һаҙ гөбөргәйеле

Борон-борон заманда, сауҙагәрҙәр ете диңгеҙ аръяғына сәйәхәт итеп, каруан-каруан тауар­ҙар алып ҡайтҡанда, йәшәгән, ти, бер хан. Уның берҙән-бер ҡыҙы булған. Үҙе сибәр, үҙе тәкәббер икән.
Көндәрҙән бер көндө хан биләмәләре аша сауҙәгәрҙәр үтеп бара икән: ҡытай ебәге, сын сынаяҡтар, алтын еп менән ҡайылған яулыҡтар – күҙ күрмәгән, ҡолаҡ ишетмәгән тағы әллә күпме зиннәтле әйберҙәр бар, ти, тартмаларында. Хан ҡыҙының уймаҡ ҡына батмустарға күҙе төшкән, унда төшөрөлгән тауистарға, аллы-гөллө биҙәктәргә иҫе киткән дә һатып алған, ти.

Инде был ханлыҡтағы халыҡтың байы ла, ярлыһы ла теге батмус­тарҙы күрергә килә. Ә бер кескәй ҡыҙыҡай бейеүгә әүәҫ икән, берәүһен ҡулына алыуы булған, күбәләктәй талпынып бейегән дә киткән. Хан ҡыҙы бейей белмәгән, шуға көнләшеп, батмусын тартып ала һалған.
Тәтәй һауыттар сихри көскә эйә, имеш, ти: саф күңеллегә – матурлыҡ, тар күңеллегә йәмһеҙлек өҫтәй торған. Кескәй ҡыҙ гүзәлдән-гүзәлгә әүерелгән. Хан ҡыҙы иһә ғәжәйеп батмустарын башҡаса күрһәтмәгән, береһен эсенә, икенсеһен арҡаһына бәйләп, кейем аҫтына йәшереп йөрөткән. Ә үҙе, бахырҡай, көндән-көн ҡот­һоҙлана бара, ти. Кәүҙәһе ҡорошоп, башы йыландыҡы кеүек кәксәйеп ҡатҡан, ти, ахырҙа. Тәтәй батмустары ла тәненә ҡуша йәбешеп, ҡарайып бөткән.
Шулай бер көндө хан ҡыҙы күл буйына барған, күл көҙгөһөнә ҡараған да ҡото осоп ҡысҡырып ебәргән: унда имәнес бер йән эйәһе сағыла, ти!
Хан ҡыҙы юҡ булған, ә күл буйына һыуға бер инеп, бер сығып сәйер мәхлүк йөрөй башлаған. Уның арҡаһы ла, ҡорһағы ла батмус кеүек нәмә менән ҡаплан­ған, ти, абау!
Шунан ни халыҡ был мәхлүкте гөбөргәйел йәки ташбаҡа тип атаған.

Гөлнур ЯҠУПОВА.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code