Һөнәр һайлау уҡыусы саҡтан башлана

Республикабыҙҙа ниндәй генә уҡыу йорттары юҡ! Уларҙа төрлө һөнәр алырға була. Ун беренсе синыфта Берҙәм дәүләт имтиханын уңышлы тапшырһаң, һиңә ҙур юлдар асыла. Тик күңелеңә оҡшағанын һайларға кәрәк. Бөгөн мин һөйләшкән студенттар ҙа һөнәр һайлау тураһында алдан уҡ уйланған. Хыялдары тормошҡа ашыуына ҡыуанып, әле матур ғына уҡып йөрөйҙәр икән.

Данир.

– Мәктәпте тамамла­ғанда уҡырға ҡайҙа барырыңды белә инеңме?
Данир ХӘМИҘУЛЛИН, Ейәнсура районы Үрге Муйнаҡ ауылынан:
– Өфө дәүләт нефть-техник университетына барырға маҡсат ҡуйылмаһа ла, берәй юғары уҡыу йортона инергә, тигән хыял йәшәй ине. Оҙаҡ уйлағандан һуң, аҙыҡ-­түлек инженер-технологы һөнәрен һайла­ным. Үкенмәйем. Хәҙер инде IV курста уҡып, диплом эштәре менән мәшғүлмен.
– Юғары уҡыу йорттарында һәйбәт стипендия алыу өсөн төрлө мөмкинлектәр булдырыла. Ошо йәһәттән БДУ-ла хәлдәр нисек икән?

Нурзилә.

Нурзилә УСМАНОВА, Бөрйән районы Әбделмәмбәт ауылынан:
– Башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетында белем алам. Беренсе курстан академик стипендияға ҡушып, со­циаль стипендия ала башланым. Бының өсөн зачёт кенәгәһендә тик «дүртле» һәм «бишле» билдә­ләре генә булырға тейеш. Ә гел «бишле» булһа, юғары социаль стипендия түләнә. Өсөнсө курстан иһә юғары академик стипендия ала башланым. Бының өсөн университетта әүҙем тормош алып барырға кәрәк. Бар ерҙә лә ҡатнашып, диплом, грамоталар алып, аҙаҡ шуларҙы туплап, комиссияға тапшырғандан һуң, балды һанайҙар. Беренсе курста уны «уртаса» тип билдәләгәс, минең өсөн шатлыҡлы ваҡиға булды. Был билдәле бер баҫ­ҡыс­ты үтеүгә матурлыҡ бәй­геләре, йыр-бейеү ан­сам­бл­дәрендә шө­ғөл­ләнеүем, республика ки­мәлендә ижади конкурс­тарҙа ҡатна­шыуым ярҙам итте. Мәҫәлән, республикала үткәрелгән «Илһам» конкурсы 30 балл бирҙе. Гәзит-журналдарға ла даими мә­ҡәләләр яҙып тороуымдың да файҙаһы тейҙе. Беҙҙең факультетта уҡыу әллә ни ауырлыҡ тыуҙыр­май. Китаптар уҡырға, өйгә эштәреңде ваҡытында үтәп йөрөргә генә кәрәк. Буш ваҡытыңды әрәм-шәрәм итмәй, төрлө бәйгеләрҙә ҡатнашырға мөмкин. «Студент көҙө», «Студент яҙы» конкурстарында, Таулы Алтай ҡалаһында үткәрелгән олимпиадала ҡатнашырға була.
Университет эштәрендә әүҙем булыусыларға Рә­сәй Федерацияһы Президенты, Хөкүмәте, Баш­ҡорт­остан Республика­һы Башлығы, тағы ла бик күп билдәле шәхестәр исе­мендәге стипендиялар бул­дырыл­ған. Әйткәндәй, мин быйыл Ғөбәй Дәүләтшин исемендәге премияға лайыҡ булдым. Был ай һайын өҫтәмә килем килтереп тора.
– Ни өсөн тап ошо уҡыу йортон һайланың?

Алһыу.

Алһыу ХӘБИБУЛЛИНА, Белорет ҡалаһынан:
– Өфө статистик һәм информатик техник колледжында II курста белем алам. Мин был уҡыу йортон алдан белә инем. Сөнки унда үҙемә оҡшаған, күңелемә яҡын йүнәлеш – хоҡуҡ һаҡлау эшмәкәрлеге бар. Ике имтихан тапшырҙым. Киләсәктә мотлаҡ ошо йүнәлештә эшләйәсәкмен.
– Студент булыу һиңә нимә бирә?

Миңлегөл.

Миңлегөл ИШМӨХӘМӘТОВА, Баймаҡ районы Сосновка ауылынан:
– Башҡорт дәүләт университетында белем алып йөрөйөм. Минең өсөн студент булыу – ул үҙеңдең юлыңды асыу, тормошоңдо дөрөҫ юҫыҡҡа ҡуйыу, аңлы тормош, киләсәгеңде төҙөү. Үҙеңде төрлө яҡтан үҫтереүгә мөмкинлектәр булыуы ла һәйбәт.
– Уҡырға ингәндә кемдең йоғонтоһо булды, әлеге ваҡытта үҙеңдең һайлаған һөнәрең менән ҡәнәғәтһеңме?

Динә.

СОЛТАНОВА, Белорет районы Йөйәк ауы­лынан:
– Әлеге ваҡытта БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультетында II курста белем алам. Тап ошо уҡыу йортон һайлауым осраҡлы түгел. Уҡытыусы һөнәрен алыу – күптәнге хыялым. Улар кеүек аҡыллы, тырыш, һәр ваҡыт алсаҡ йөҙлө бул­ғым килде. Ә башҡорт филологияһына инеүемә, беренсенән, башҡорт телен һәм әҙәбиәтен ныҡлы өйрәнергә теләүем этәргес булды. Башҡорт теле һәм әҙәбите уҡытыусыһы Гөлнар Мирсаяф ҡыҙы Асҡарова кеүек балаларға бәләкәстән туған телгә, илгә һөйөү һәм ихтирам тәрбиәләү теләге алып килде. Бында ике йүнәлешле белем алыу мөмкинлеге лә бар. Ҡытай менән әлеге мәлдәге әү­ҙем үҫешкән бәйләнеш­тәр­ҙе күҙ уңында тотоп, икенсе өйрәнергә теләгән тел итеп ҡытай телен һайланым.
Университетта уҡыуы ныҡ оҡшай. Белем алып ҡына ҡалмайһың, төрлө йәһәттән дә үҫешәһең. Милли йәштәр театры актёры, йырсы Илнур Лоҡманов етәкселегендәге «Ҡорос» халыҡ театры, фольклорсы, сәсәниә Розалиә Солтангәрәева етәкләгән сәсәндәр мәктәбе, «Тулҡын» әҙәби берекмәһе, факультет әүҙемлеге составында тороу минең ижади потенциалды байыта, донъяға ҡарашты ки­ңәйтә.
Бына күпме мөмкинлектәр бар хәҙерге ваҡытта. Үҙ һөнәреңде бәләкәй­ҙән дөрөҫ һайларға һәм ты­рышып уҡырға ғына ҡала.

Заһит ҒҮМӘРОВ, БДУ студенты.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code