Һәр күңелдә ҡояш балҡыһын!

Ҡояш… Һәр бер кешегә йылы нурын һибә, яҡтылыҡ өләшә. Унан башҡа беҙ тормошобоҙҙо күҙ алдына ла килтерә алмайбыҙ.
Һәр бер кешенең күңелендә үҙ ҡояшы бар. Тик уларҙың насар уйҙары, яуыз эштәре ошо сағыу нурҙы ҡара болот булып ҡаплай. Кемдер тәбиғәтте бысрата, ағас­тарҙы ҡырҡа, кешеләрҙе йәберләй, улар менән насар мөнәсәбәттә була. Шуға ла шишмәләр һәм йыл­ғалар ҡорой, тәбиғәттә төрлө сүп-сар йыйыла. Ә йәнлек, хайуан, ҡош­тар, урман булмаһа, ҡайҙа йәшәр һуң?
Күңелдә ҡояш балҡыһын өсөн гел дә алсаҡ йөҙлө, саф күңелле, эшлекле, аҡыллы, түҙемле булыр­ға кәрәк. Әйҙәгеҙ, тыуған яғыбыҙҙы, тәбиғәтебеҙҙе ҡәҙерләп, яратып йәшәйек! Һәр күңелдә ҡояш бал­ҡыһын!

Нәркәс МӨХӘМӘТЙӘРОВА.
Баймаҡ районы, Билал мәктәбе.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code