Һәр атама – үҙе бер хәтер

Бикбулат – райондың иң матур ауылдарының береһе. Бай тәбиғәте, саф һауаһы, йәшел урмандары, хеҙмәт һөйөүсән халҡы менән дан тота ул.

Ауылым бөтә яҡтан да ҡара урманлы бейек тауҙар менән уратып алынған. Уларҙың исемдәре лә бик үҙенсәлекле: Ҡашҡатау, Маяҡтау, Ишәй, Эйәрлетау һәм башҡалар.
Сит кешенең ҡолағына ят булып ишетелгән атамалар был төбәктә үҫкәндәр өсөн ҙур мәғәнәгә эйә. Уларҙа әллә нисәмә быуат элек ошонда йәшәгән кешеләр тураһында иҫтәлектәр, фәһемле ваҡиғалар, көлкөлө хәлдәр хаҡында хәтирәләр һаҡлана. Әммә ваҡыт үтеү менән халыҡ хәтеренән ҡайһы бер ваҡиғалар юйыла бара. Ни тиклем үкенесле булмаһын, баҡыйлыҡҡа күскән һәр быуын үҙе менән баһалап бөткөһөҙ рухи хазиналарҙың күпмелер өлөшөн мәңгелеккә алып китә. Шуға күрә ер-һыу атамаларын, улар хаҡында һөйләнгән тарихтарҙы, легендаларҙы ваҡытында өйрәнеп, һаҡлап алып ҡалыу – изге эштәрҙең береһе .
Ауылдың ер-һыу атамаларын өйрәнгәндә ауылдашыбыҙ, туғаныбыҙ Рәхимә Ғәббәсова-Вәлиуллинаның «Көмөш һыулы Кесе Эйек буйында» китабын файҙаландым. Ундағы мәғлүмәттәр ауыл китапханаһы мөдире Гөлнәзирә Ғилметдин ҡыҙы Кин­йәбаеванан яҙып алынған. Китапханала шулай уҡ 1891 йылда тыу­ған Мәхийән Мәрхәм улы Кинйәбаев ҡалдырған Бикбулат ауылы тарихы, уның ер-һыу атамаларына бәйле яҙма бар.

Эйәрлетау легендаһы

Үҙенең һоҡландырғыс тәбиғәте менән Күгәрсен районында дан тотҡан Эйәрлетауҙың исеменә бәйле бер нисә легенда бар. Бикбулатҡа нигеҙ һалына башлаған ҡатмарлы осорҙа башҡорттарҙың бер ҙур булмаған төркөмө ҡасып, ауылдан арыраҡ бейек тау итәгенә барып урынлаша. Эргәлә генә Кесе Эйек йыл­ғаһы ағып ята. Тау башына менеп ҡараһаң, тирә-яҡ ус төбөндәгеләй күренә. Улар­ҙың етәксеһе Сурағол исемле ҡыйыу кеше була. Ул көндөҙ һунарҙа йөрөп, ырыу­ҙаштарына аҙыҡ тап­һа, эңер төшкәс, атына атланып, бейек тауҙың иң түбәһенә менеп, тирә-яҡты байҡаған. Атын утлауға ебәреп, эйәрен ҙур ғына таш өҫтөнә һалып торған. Моңай­ған ваҡытында ҡурайын алып, уйнап та ебәрер булған, ти.
Үҙе ҡыйыу, үҙе мәргән башлыҡ иптәштәрен һаҡлап йөрөп, ныҡ арыған. Төндәрен дә тыныс ҡына үткәрә алмайынса бик ныҡ йонсоп киткән, сиргә һабышҡан. Берҙән-бер көндө башлыҡ яҡты донъя менән хушлашҡан. Иптәштәре хөрмәтләп, уны тау башында ерләгән. Таш өҫтөндә ятҡан эйәре лә шунда ятып ҡалған. Легендала шулай уҡ тоғро аты тураһында ла әйтелә. Батырҙы ерләгән кешеләр уны тау башынан төшөрә алмай. Ат хужаһының ҡәбере янында йөрөп, тамам хәлһеҙләнә, көҙ еткәс, ҡаянан ҡолап төшөп үлә. Шул ваҡыттан алып тауҙы – Эйәрлетау, ә ат ҡолаған ҡаяны Атосҡан ҡаяһы тип йөрөтә башлағандар.

Аэропорт яланы

Ауылдан алыҫ түгел Аэропорт тигән урын бар. Ләкин был ерҙән бер ҡайҙа ла осоп китеп булмай. Ул – тау аҫтындағы бәләкәй генә бер аҡлан.
Тарихҡа күҙ һалайыҡ. 1969 йылдың йәйендә Стәрлетамаҡтан Орскиға осоусы АН-12 самолёты көй­һөҙләнә башлай. Осоусы уны ошо бәләкәй генә аҡланға ултырта ала. Был ауыл өсөн ҙур ваҡиға була. Йәше-ҡарты самолёт төшкән ергә йүгерә. Тиҙ генә район үҙәгенә хәбәр итәләр. 12 пассажирҙы Мораҡҡа оҙаталар. Самолёт янына һаҡ ҡуйыла. Өфөнән килгән механиктар йүнәткәндән һуң, ул яңынан һауаға күтәрелә. Ошо ваҡиғанан һуң был урынды Аэропорт яланы тип атап йөрөтәләр.

Ишәй тауы

Был тауҙа элек Ишәевтәр ырыуы торған булған. Ырыу башлығы Ишәй ҡарт хөрмәтенә үҙе үлгәндән һуң уны Ишәй тауы тип атағандар.
Тауҙың көньяҡ-көнсығыш битләүенән тәрән йырын төшә. Яҙ көндәре унан шаулап ҡар һыуҙары аға. Был урын ауылдағы ҙур бер тарихи ваҡиғанан һуң Шәмбәбей йырыны тип йөрөтөлә башлаған.
Боронғо замандарҙа башҡорт иленә дала кешеләре ябырыла торған булған. Уларҙың малын талайҙар, ирҙәрҙе, ҡатындарҙы әсир итеп алып киткәндәр. Шәмбе тигән ҡатын да сит-яттар ҡулына эләгә. Әсирҙәрҙе ҡасып китмәһендәр өсөн һәр ваҡыт һаҡ аҫтында тотҡандар.
Күп йылдар буйына иленә ҡайтырға хыялланған Шәмбе олоғай­ған көнөндә генә ҡасып китә ала. Бик ҙур ара үтергә тура килә уға. Арыған, юлда тамам йонсоған Шәмбе әлеге йырынға килеп төшә. Өҫтөндәге кейеме бик алама булғас, көндөҙ ауылға инергә ояла. Кис еткәс, туғандары йортона килеп йығыла.
Шәмбәбей легендаһы Бикбулаттың күпте күргән боронғо ауыл булыуы тураһында һөйләй. Әлеге көндә Шәмбе әбей килеп төшкән йырын Шәмбәбей йырыны тип атала.

Йылғалар

Бикбулат тауҙары менән генә түгел, йылғалары менән дә дан тота. Ауылды икегә бүлеп, бормаланып-бормаланып Кесе Эйек ағып ята. Уға Арҡыры, Улаҡ, Ҡур­ғашлы, Тәбей йылғалары килеп ҡушыла.
Быйыл йәй ғаиләбеҙ менән Ҡур­ғашлы йылғаһы буйына ял итергә барҙыҡ. Эҫе йәй булһа ла, уның һыуы шул тиклем һалҡын ине. Ҡурғашлы ҡыш көнө лә туңмай, өҫтөнән пар сығып ята. Йыл­ғала «Ҡыҙыл китап»ҡа ингән бағыр балығы (форель) бар. Уның һыуы ла шифалы. Элегерәк атайымдың аяғына сөйәл сығып йонсотҡан. Ауылдың бер оло инәйе: «Ҡурғашлы йылғаһы буйындағы таштарҙа мүк бар, шуны сөйәлдәреңә һалып ҡара», – тип кәңәш биргән. Атайым шулай эшләгән дә. Күп тә үтмәгән, сөйәлдәре бөткән.
Ҡурғашлы йылғаһының эргәһендә мәмерйә лә бар. Ул да Ҡурғашлы мәмерйәһе тип йөрөтөлә.
Ауылдың тағы ла матур йылғаларының береһе – Улаҡ. Ул бейек тау башынан ағып төшә. Йылға янында матур ғына күл бар. Һәр миҙгел һайын аҡҡоштар, торналар, ҡыр өйрәктәре ял итергә килә.
Йылға-шишмәләр, күлдәр беҙгә йәшәү сығанағы булған һыу ғына биреп ҡалмай, ә бөтә тәбиғәттең тереклеген тәьмин итә. Шуға күрә уларҙы һаҡлау, таҙа килеш тотоу – бөтәбеҙҙең дә изге бурысы.

Айгүзәл ҒӘББӘСОВА.
Күгәрсен районы, Мораҡтағы башҡорт гимназияһы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code