Һәләтле балалар иғтибар үҙәгендә

Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов һәләтле балаларға ярҙам итеү буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Унда Баш­ҡортостан Хөкүмәте ағзалары, юғары уҡыу йорттары етәкселәре, белем биреү учреждениелары вәкилдәре ҡатнашты.

– Минең ҡарашҡа, бөтә балалар ҙа талантлы, һәләтһеҙ балалар юҡ. Бер яҡтан, беҙҙә улар менән эш төрлө йүнәлештә алып барыла. Әммә шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер юҫыҡта икенсе төрлөрәк эшмәкәрлек итеү кәрәклеген яҡшы аңлайбыҙ. Беҙҙә әлеге өлкәлә министрлыҡтар, муниципалитеттар, юғары уҡыу йорттары, йәмәғәт ойошмала­ры эшләй. Тик улар араһында әүҙем бәйләнеш һалынмаған, бөтәһе лә тарҡау, – тине ул сығышында.
Республика олимпиада хәрәкәтенә, автор мәктәптәренә ярҙам итеү, һәләтле сығарылыш синыф уҡыусыларын асыҡлау, оҙатыу һәм беркетеү системаһын үҫтереү мөһимлеген билдәләне. Булдыҡлы, һәләтле йәштәрҙең ситкә китеүенә борсолоп, уларҙы үҙебеҙҙә ҡалдырыу һәм ҡайтарыу өсөн шарттар, яңы эш урындары булдырырға кәрәклеген дә белдерҙе.
Башҡортостандың мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова әле республикала һәләтле балаларҙы һәм йәштәрҙе үҫтереү концепцияһы әҙерләнеүен һөйләне. Ул нимәнән ғибәрәтме? Йәш таланттарға булышлыҡ итеү системаһын булдырыуҙы, уҡытыусылар­ҙың тәжрибәһен арттырыуҙы, юғары уҡыу йорттары менән бәйләнеш булдырыуҙы күҙ уңында тота.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code