Һәйкәлдәр яҡлауға мохтаж

Республикала тәбиғәт һәйкәлдәрен һаҡлау айырым тәртип буйынса башҡарыласаҡ. Ул биләмәләрҙең сиктәрен аныҡлау өсөн кәрәк. Беҙҙә тәбиғәт һәйкәлдәре 40 – 50 йылдар элек барлыҡҡа килгән, әммә ул саҡта сиктәре, майҙандары, урынлашҡан ерҙәре асыҡ билдәләнмәгән. Хәҙерге закон буйынса тәбиғәт паркы, дәүләт заказниктары эсендә айырым тәбиғәт һәйкәле була алмай. Ул һаҡланған тәбиғәт биләмәһендәге объект тип билдәләнә. Яңылыҡ республика әһәмиәтендәге тәбиғәт һәйкәле статусы булған урындарға ҡағыла.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code