Һүрәттәрен күргәҙмәгә ҡуялар

Ғүмәр ауылында тыуып үҫкән Мәүлиҙә Йомағужина бала саҡтан пластилиндан төрлө һындар әүәләргә ярата. Бигерәк тә яңы барлыҡҡа килгән йылмайлыҡтарҙы (смайликтар) күп эшләй. Ата-әсәһе эштә саҡта күрше Хәсибә инәй килеп һеңлеһе менән икәүһенә әкиәттәр һөйләй. Зирәк ҡыҙ тыңлап та бөтә, шунда уҡ әкиәт геройҙарын пластилиндан һынландырырға ла тотона. Аҙаҡ был шөғөл яйлап һүрәт төшөрөүгә күсә. Ҡыҙҙар инәйҙәренә үҙҙәре эшләгән һындар һәм һүрәттәр ярҙамында әкиәтте ролдәргә бүлеп, ҡайтанан һөйләп ишеттерә.

– Хәсибә инәй хәҙер мәрхүмә инде. Минең күңелемдә уның тураһында тик яҡты хәтирәләр генә һаҡлана, – ти Мәүлиҙә. – Ҡайһы саҡта инәй­ҙе ныҡ йонсотоп та алғанбыҙҙыр инде, ул диванға менеп ятыр ҙа: «Мин – Айыухан», – тип беҙҙең уйнағанды күҙәтер ине.
Балалар баҡсаһына йөрөгән мәлендә Мәүлиҙә үҙе төшөргән һүрәттәре өсөн Маҡтау ҡағыҙына лайыҡ була. Быға ул шул тиклем шатлана. Балаларының һәләтен бар яҡлап асырға һәм үҫтерергә тырышҡан ата-әсәһе икенсе синыфта уҡыған сағында ҡыҙҙарын Баймаҡтағы Ғата Сөләймәнов исемендәге һынлы сәнғәт мәктәбенә алып бара. Дәрестәр аҙнаһына өс тап­ҡыр үткәрелә. Зөлфирә һеңлеһе бейеүгә яҙыла. Былтыр бар яҡлап тырыш Мәүлиҙә сәнғәт мәктәбен уңышлы тамамлау тураһында танытма ала.
Әле ҡыҙ Ярат мәктәбенең VII синыфында тик «бишле» билдәләренә генә өлгәшә. Йәш рәссамдың төшөргән һүрәттәре белем усағында уҙғарылған сараларҙы биҙәй, йыһазлау буйынса ла ярҙам итә, картиналары төрлө күргәҙмәләргә ҡуйыла, ярыштарҙа һәр саҡ призлы урын ала.
Һынлы сәнғәтте бала саҡтан үҙ иткән ҡыҙ бигерәк тә хайуандарҙы ярата, шуға күрә һүрәттәрендә улар күпселек урынды биләй. «Киләсәктә мал табибы булырға хыялланам. Бесәй­ҙәрҙе яратам, ҡайһы кешеләрҙең улар­ға ҡарата ҡаты бәғерле булыуҙарын аңламайым», – ти Мәүлиҙә. Ниндәй һөнәр һайлар киләсәктә, уныһы билдәһеҙ, әммә ҡулына төҫлө ҡәләмдәр алған ҡыҙ үҙенең ярат­ҡан шөғөлөн ташлай алмаясағы көн кеүек асыҡ.
Уңыштар һиңә!

Кәримә УСМАНОВА.
Баймаҡ районы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code