Һүрәттәре ҡарап туйғыһыҙ!

Һеҙҙе синыфташыбыҙ Лиана Асҡарова менән таныштырырға теләйем. Ул беҙҙең менән өсөнсө йыл бергә уҡый. Үҙе тырыш, һәләтле был ҡыҙ – Стәрлебаш районынан. Ҡул эштәренә бик оҫта булыуы менән һоҡландыра. Лиана төрлө биҙәүес әйберҙәр, Яңы йыл тәтәйҙәре, тегеү әйберҙәре, ҡупшы уйынсыҡтар яһап ҡуя.

Уның янында үҙеңде ниндәйҙер серле донъяла кеүек хис итәһең. Тыныс холоҡло, аҙ һүҙле, ләкин яғымлы һәм дуҫлаша белә торған ҡыҙҙың иң ғәжәйеп һәләте: ул – бик оҫта рәссам. Лиана төрлө алымдар менән төшөрә. Рәсемдәре ябай ҙа, матур ҙа. «Урал батыр» эпосы буйынса һүрәттәр серияһы бигерәк һоҡланғыс. Әле бына һеҙгә уның бер нисә эшен тәҡдим итәбеҙ.

Илшат ЗӨЛҠӘРНӘЕВ, VIII синыф уҡыусыһы.
Ишембай ҡалаһы, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт интернат-гимназияһы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code