Һүҙ — Хәйбулла районының Аҡъярҙағы 1-се мәктәбе уҡыусыларына

Хәйбулла районының Аҡъярҙағы 1-се мәктәбендә икенсе йыл инде «Йәш хәбәрсе» түңәрәге уңышлы эшләп килә. Етәксеһе – башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рәсимә Камил ҡыҙы Ибраһимова. Унда балалар шиғыр яҙыу нескәлектәренә өйрәнә, журналистика серҙәренә төшөнә. Ай һайын мәктәп яңылыҡтарын яҡтыртҡан «Мәктәп тормошо» гәзитен дә сығаралар. Ҡәләм тибрәтеүсе уҡыусыларыбыҙ күп кенә. Уларҙың бер нисә шиғырын һеҙгә лә тәҡдим итәбеҙ.

Ҡар яуа

Тирә-йүнде аҡҡа мансып,
Ергә ап-аҡ ҡар яуа.
Тау битендә сыр-сыу килеп,
Балалар сана шыуа.

Илүзә ЙӘНТҮРИНА.

Аҡҡа сумды

Һалҡын ҡыш килде ергә,
Тәбиғәт аҡҡа сумды.
Ғайса ишек алдына
Ҡар бабай эшләп ҡуйҙы.

Сәмерхан ШӘРИПОВ.

Яҙ

Яҙ ҙа килеп етте беҙгә,
Күренде ҡара ерҙәр.
Ҡоштар ҡайтып етеүгә
Иреп тә бөттө ҡарҙар.

Бала-саға шатлана,
Сығып китә яланға.
Туптар тотоп ҡулына,
Тик кис ҡайта йортона.

Этем

Этем йөрөй урамда,
Өрөп әсе буранға.
Тәпәйендә юҡ быйма,
Өшөйҙөр инде ул да.

Этемде мин йәлләнем,
Ни эшләргә белмәнем.
Быймамды сисеп бирҙем,
Өшөмәҫ инде этем!

Сәлимә ҠУЖИНА.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code