Һүҙ — Салауат районының Малаяҙ башҡорт гимназияһы уҡыусыларына

Салауат районы Малаяҙ башҡорт гимназияһында «Сәсәнлек мәктәбе» эшләп килә. Уның етәксеһе – Индира Ҡазыханова. Һеҙгә унда шөғөлләнеүсе балалар­ҙың ижад емештәрен тәҡдим итәбеҙ.

Башҡорт телендә һөйләшәм,
Башҡорт телендә.
Минең йәшәү тамырҙарым
Башҡорт ерендә.

Рәшит Шәкүр һүҙҙәренә яҙылған был йыр юлдарын ҙур ғорурлыҡ менән ҡабатлайым. Миңә башҡортлоҡ бала саҡтан уҡ әсә һөтө менән ингән. Атай-әсәйем, уҡытыу­сым, үҙ теленде белеп, яратып йәшәргә тейешһең, тип өйрәтте. Туған телем бик ҡәҙерле, яҡын.
Мин дә Зәйнәб Биишева һымаҡ: «Бай ҙа, нәфис тә, наҙлы ла, йомшаҡ та, ҡәҙерле лә, бөйөк тә ул телебеҙ», – тип әйтә алам. Ысынлап та, ғорурланмаҫлыҡ түгел шул. Күпме батырҙарыбыҙ, ғалим-яҙыусыларыбыҙ бар. «Урал батыр» эпосыбыҙҙы донъя кимәлендә лә беләләр.
Мин әле унынсы синыфты тамамланым. Үҙемде бик бәхетле итеп тоям, сөнки ярат­ҡан илем, телем бар. «Илем! Телем! Башҡортом!» – тип алға барам. Киләсәктә лә быны онотмаясаҡмын.

Аделина ӘХМӘТШИНА.

Бесәндә

Кем уҙарҙан ярышалар
Ағайҙар һәм еңгәйҙәр.
Бесән күпме сапһалар ҙа,
Арыу-талыу белмәйҙәр.

Һелтәнеп һәр сапҡан һайын,
Зыңлап тора салғылар.
Ана, күпме бакуйҙарҙы
Йыға һалып ҡуйҙылар.

Данэл ВӘКИЛОВ.

Көҙ килһә…

Көҙ килһә, һыуыҡтар төшә,
Елдәр йөрөй һыҙғырып.
Ағастар япрағын ҡоя,
Бар тарафҡа туҙҙырып.

Көҙгө елдәр ҡурай тарта,
Моңға сумған тәбиғәт.
Ниндәй көйҙө уйнай елдәр?
Беләһеңме, әйҙә, әйт.

Алмалар бешкән алланып,
Сейәләре балланып,
Ә түтәлдәге ҙур уңыш
Оло байлыҡҡа торош.

Бары ла өлгөрөп еткән:
Ҡабаҡ, кәбеҫтә, һуған…
Ваҡытында йыйып өлгөр,
Бик тырыш инде, туған.

Заһит ВӘЛИШИН.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code