Һүҙ — Нуриман районы, Иҫке Күл мәктәбе уҡыусыларына

Матурлыҡ һаҡланһын

Яралы ҡоштар кеүек,
Һыҙлана үләндәр ҙә.
Тәбиғәт мәрхәмәтле
Ҡәҙерен белгәндәргә.

Матурлыҡтар һаҡланһын
Урманда, болондарҙа.
Барса тереклек ҡалһын
Киләсәк быуындарға.

Әлиә ТАҺИРОВА.

Тәбиғәтте яҡла!

Ҡош ояларын туҙҙырма,
Уларға һин таш атма.
Йәнлектәрҙе лә яҡла,
Тәбиғәтте һин һаҡла!

Вилмир ЗӘЙНУЛЛИН.

Сиңерткә

Беҙҙең еләк баҡсаһында
Һикерә бер сиңерткә.
Үҙе йәшел ҡыяҡ кеүек,
Һикерә бик бейеккә.

Сиңерткәне тотам, тиеп
Индем мин дә артынан.
Тотоп алдым, тигән инем,
Сығып ҡасты яңынан.

Уйнап туймайбыҙ

Йәй көнө беҙ һыу инәбеҙ,
Шау-гөр килеп уйнайбыҙ.
Был миҙгелдә бик күңелле,
Уйнап һис тә туймайбыҙ.

Айгөл ҒӘЙНУЛЛИНА.
Нуриман районы, Иҫке Күл мәктәбе.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code