Үҙебеҙҙәге матурлыҡҡа ни етә?!

Конкурста ҡатнашыусылар.

Яңыраҡ «Башҡортостандың йәнле тәбиғәте» фотоконкурсында ҡатнашыусылар республикабыҙҙың иң матур урындарының береһе – Мораҙым тарлауығында булып ҡайтты.
Әйткәндәй, бындай сара беренсегә генә үтмәй һәм унда теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Ә конкурсты Урыҫ географик йәмғиәтенең Башҡортостандағы төбәк бүлеге ойоштора. Маҡсаты – Башҡорт­остан хал­ҡының иғтибарын айырыуса һаҡланған объекттарға йүнәлтеү.Республикабыҙҙың төрлө тарафтарынан йыйылған утыҙ кеше араһында балаларҙың да булыуы ҡыуандыра. Атай-әсәй­ҙәре менән улар иҫ китмәле матур, уникаль тәбиғәт паркын күр­ҙе, фото төшөрҙө һәм рәхәтләнеп ял итте.
Ике көн эсендә фототурҙа ҡатнашыусылар парктың тейелмәй торған урындарында булды, Ыласын тауына менде, Күгәрсен тауы ҡыуышлығын да инеп күр­ҙе. Ә ер аҫты әкиәти донъяһы – Яңы Мораҙым мәмерйәһенә сәйәхәт үҙе генә ни тора?!
Ошондай үҙенсәлекле ял, фекерҙәштәре менән аралашыу бәйгелә ҡатнашыусылар күңелендә онотолмаҫлыҡ хәтирәләр ҡалдырғандыр, моғайын. Ә иң шәп эштәрҙең күргәҙмәһе быйыл ноябрь аҙағында уҙасаҡ.
Күгәрсен районындағы был матурлыҡты һеҙгә лә барып күрергә кәрәк.

Х. ХӘСӘНОВА.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code