«Ҡымыҙ һатып аҡса эшләйем»

Шулай тип дәртләнеп һөйләй Айтуған Булатов. Ул Баймаҡ районы Әбделкәрим ауылында IX синыфты тамам­лаған. Уҡыуҙар бөтөү менән көн дә ата­һын алмаштыра. Оло юлға сығып, ҡымыҙ һата. Ошо бизнес менән 2006 йылдан шөғөлләнә Булатовтар. Бөтәһе 62 баш йылҡы малы бар. Ҡайһы бер ауылдаштары ла йәйгелеккә аттарын уларҙың көтөүенә ҡуша. Әсәһе Земфира көндөҙ уларҙы һауып, ҡымыҙ бешә. Ә атаһы Азат йылҡыларҙы ашатып, һыу эсереп, тәрбиәләү менән мәшғүл. «Күмәкләгән – яу ҡайтарған», тигәндәй, аҡса табыу юлын ошолай хәл итә уңған ғаилә.

– Етенсе синыфты бөткәс, ярҙамлаша башлағайным. Әле быйыл атайымдың «Нива» машинаһы менән ҡымыҙ алып оло юлға сығам. Бер ҙә ялҡмайым. Сөнки көнөнә 3 мең – 4 мең дә 500 һум аҡса эшләп ҡайтам. Хәләл көсөң менән тапҡаның бик ҡәҙерле шул. Әле бына үҙемә ҡыйбатлы телефон һатып алдым.
Буш ваҡытымда ошо ауылда йәшәгән өләсәй һәм олатайымдарға ла ярҙам итеп өлгөрәм. Сөнки атайым ял көндәрендә үҙе һата, – ти Айтуған.
Бына шулай ҡымыҙ ҙа һата, шифалы эсемлекте лә эсә, һаулығын да нығыта, аҡсаһын да таба шәп егет!

Зөһрә ХӘКИМОВА.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code