Ҡыҙҙар-йондоҙҙар!

Талантһыҙ бала булмай. Һәр кемгә тәбиғәт тарафынан ниндәйҙер һәләт бирелә. Тәрбиәсенең бурысы – уны ваҡытында асыҡлап, артабан үҫтереү. Төрлө саралар үткәреү, мәктәп, ҡала, республика кимәлендә уҙғарылған конкурстарҙа ҡатнашыу тәрбиә кимәлен күтәрергә, балаларҙың һәр яҡлап һәләттәрен асырға ярҙам итә. Беҙҙең гимназияла талантлы балалар бик күп һәм уларға төрлө яҡлап үҫер өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған. Кемдер уҡыуҙа алдынғы, берәүҙәр спортта уңыштарға ирешә, икенселәр йыр-бейеүгә, ҡул эштәренә шәп.

Минең һүҙем үҙемдең төркөмдәге бар яҡлап та алдынғы, маҡсатҡа ынтылыусан, тырыш ҡыҙҙарым – Наҙгөл Хәлитова һәм Әлфизә Төркмәнова тураһында. Икеһе лә тик яҡшы билдәләргә генә уҡый. Бөтә сараларҙа ла әүҙем ҡатнашалар. Был ҡыҙҙар – минең иң-иң яҡын ярҙамсыларым. Әлфизә теүәл фәндәргә һәләтле. Иптәштәренә уҡыуҙа һәр ваҡыт ярҙам итергә әҙер. Киләсәктә математика уҡытыусыһы булырға хыяллана. Мин уның маҡсатына ирешеренә ышанам. Наҙгөл гуманитар фәндәрҙе үҙ итә. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса уҙғарылған конкурс-олимпиадаларҙа ҙур теләк менән ҡатнаша һәм һәр ваҡыт еңеүҙәргә өлгәшә. Шулай ҙа Наҙгөл имтихандарҙы химия һәм биологиянан тапшырасаҡ. Уның теләге – гимназияны уңышлы тамамлап, киләсәктә изге күңелле табип булыу.
Әлфизә лә, Наҙгөл дә йыл да үткәрелгән «Солтангәрәев уҡыуҙары», «Исҡужин уҡыуҙары» республика фәнни-практик конференцияларында гел генә призлы урындар яулай. Икеһе лә «Минең телем – дуҫлыҡ теле» бөтә республика акцияһында ҡатнашып, сертификат алды. Мәктәп, ҡала кимәлендә үткәрелгән шиғыр конкурс­тарында ла һынатмайҙар. Улар төрлө фәндәр буйынса дистанцион олимпиадаларҙа ҡатнашып та дипломдар менән бүләкләнде.
Ҡыҙҙар йыр-бейеүгә лә маһир. Бер генә байрам да уларһыҙ үтмәй. «Гимназия һылыуҡайы», «Гимназия йондоҙо», «Бейеү көнө» кеүек сараларҙан да ситтә ҡалмайҙар. Наҙгөл «Байыҡ» республика бейеү бәйгеһендә ҡатнашты. Ул үҙен алып барыусы булараҡ та һынап ҡараны. Белем усағыбыҙҙа үткән ҙур сараларҙы ышанып тапшырам, бер ҙә юғалып ҡалмай.
Спортта ла шәп был ҡыҙҙар. Еңел атлетика буйынса төрлө ярыштарҙа ҡатнашалар, ГТО нормативарын һәйбәт үтәйҙәр.
Ҡыҙҙарҙың аҡыллы, эшһөйәр, рухлы булыуҙарында ата-әсәләрҙең дә роле ҙур. Улар туған телде яратырға, тирә-яғыңдағы кешеләргә ҡарата ихтирамлы булырға өйрәтеп, балаларына яҡшы тәрбиә бирә алған.
Маҡтағандан маҡтағы килә үҙҙәрен. Баҫал­ҡы, итәғәтле, изге күңелле, уңған беҙҙең Наҙгөл менән Әлфизә. Туған телен, туған моңон яратып, ата-әсәһен, уҡытыусыларын ихтирам итеп, иптәштәренә өлгө күрһәтеп йәшәйҙәр. Улар­ға ҡарап ҡыуанам, киләсәктә лә һынатмаҫтар, яңынан-яңы үрҙәр яулар­ҙар, тип ышанам. Уҡыусыларыма тик уңыштар ғына юлдаш булһын, хыялдары тормошҡа ашһын, тип теләйем.

ЭльмираРӘХИМОВА, IX синыф тәрбиәсеһе.
Күмертау ҡалаһы, 3-сө республика башҡорт интернат-гимназияһы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code