Ҡыҙҙар-йондоҙҙар

Өр-яңы йыл килә. Йондоҙ кеүек балҡып, күңелдә яңы уй-хыял, теләк, яңы өмөттәр ҡабына. Эт йылы тыуыр алдынан илаһи бер мөғжизә тыуыр кеүек. Ә бәлки… Булыр ҙа. Уйламағанда, көтмәгәндә генә. Һәр кем быға ышана, өмөтләнә. Байназарҙан Зилиә Буранбаева менән Сәлимә Дәүләтшиналар ҙа…

Әтәс йылы ла был ҡыҙҙар өсөн уңышлы булғайны. Гел «бишле» билдәләренә уҡыған Зилиә урыҫ теле, йәмғиәтте өйрәнеү, математика фәндәренән олимпиадаларҙа, уҡыусыларҙың Рәсәй хәрәкәте ойошмаһы ойошторған бәйгеләрҙә лә ҡатнашып, бер ҙә һынатманы. Сәлимәнең яулаған үрҙәре тағы ла күберәк. Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапхана «Йәншишмә» гәзите менән берлектә ойошторған викторинала III урынға лайыҡ булды, «Иң күп китап уҡыусы» район конкурсында иң-иңе булып танылды. Беҙҙең гәзит үткәргән «Ми­нең өс айым» конкурсында II урын алды, «Мәктәбем ғорурлығы» бәйгеһендә еңеүсе тип табылды. Ә иң һөйөнөслөһө: был ҡыҙ­ҙарға «Йәншишмә»­нең «Йәш хәбәрсе» танытмаһы тапшырылды.
– Был ҡыҙҙарҙы бишенсе синыфтан уҡытам. Улар бик тырыштар. Зилиә бигерәк тә шиғыр яҙыу­ға оҫта, ә Сәлимәнең хикәйә, әкиәт, мәҡәләләре уңышлы килеп сыға. Күп китап уҡыуҙары ла тәь­ҫир итмәй ҡалмай, телдәре бик бай. Икеһе лә бейеү түңәрәгендә шөғөлләнә, спортта ла әүҙемдәр. Баскетбол, волейбол ярыштарына ла йөрөйҙәр, – ти маҡтап бөтә алмай үҙҙәрен башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рәсимә Рауил ҡыҙы Баязитова.
Йәш хәбәрселәребеҙ 2018 йылда ла гәзит менән дуҫлыҡ ептәрен өҙмәҫкә, әүҙем яҙышырға һүҙ биреп, иң изге уй-теләктәрен еткерҙе.
– Яңы йылға хыялдар бик күп инде. Иң мөһиме – һаулыҡ. Бөтәбеҙ ҙә сәләмәт булайыҡ. Ҙур байлыҡ ул, – тине Зилиә.
Уңыштарға өлгәшергә ярҙам итеүсе башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рәсимә Рауил ҡыҙына, синыф етәксеһе Нәсимә Сабир ҡыҙы Салауатоваға, әсәһенә ҙур рәхмәтле Сәлимә. Ниндәй бәйгелә ҡатнашһа ла, ярҙам итергә әҙер торалар икән.
– Тәбиғәт ҡосағындағы һәр үҙгәреште, һәр композицияны һүрәткә, фотоға төшөрөргә яратам. Шуға мин киләһе йылда үҙемдең профессиональ фотоаппаратым булыуын теләйем. Яңы йыл барыһына ла уңыштар, бәхет, шатлыҡ алып килһен. Гәзит-журналдар һәләтеңде күрһәтергә, асыр­ға бик ярҙам итә, улар менән дуҫ булығыҙ, – ти Сәлимә.
Яңы йыл ҡыҙҙарға ла шатлыҡ-ҡыуаныстар, мөғжизә генә алып килһен!

Г. РАМАҘАНОВА.
Бөрйән районы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code