Ҡулдарынан эш килә шул!

Һәр бер кешенең иң яратҡан шөғөлө була. Ә минең синыфташым Әҙилә ЗӘЙНУЛЛИНА ҡул эштәренә оҫта. Ул беҙҙең мәктәптең VIII синыфында белем ала. Буш ваҡыттарында волейбол, футбол уйнарға әүәҫ, «Азамат» өлгөлө бейеү ансамблендә шөғөлләнә. Әҙилә менән һеҙҙе лә яҡынданыраҡ таныштырғым килә.

– Һин бәйләү серҙәренә ҡасан өйрәндең?
– Бала сағымдан бәйләргә, сигергә яратам. Әсәйемдән өйрәндем инде. Ул йөн ойоҡ, бейәләйҙәр бәйләгәндә, мин уның эшен һүтеп, үҙемсә биҙәктәр эшләп ҡуй­ғанымды әле булһа ла иҫләйем. Был ваҡытта миңә 10 йәш тирәһе ине.
– Атайың ауылдың балта оҫтаһы бит. Был станоктарҙы ул яһап бирҙеме?
– Эйе, атайым үҙе эшләне барыһын да. Иң тәүҙә мин был станоктарҙы Фәйләрә инәйемдә күреп, унан түшәктәр бәйләү серен өйрәнеп алғайным. Аҙаҡ атайымдан үҙемә төрлө ҙурлыҡтағы станоктар эшләтеп алдым.
– Нисек? Эшләүе ауырмы?
– Тәүҙә, әлбиттә, бер нәмә лә еңел булмай. Өйрәнеп алһаң, үҙенән-үҙе китә ул.
– Әҙилә, һин шулай уҡ теген машинаһы менән төрлө-төрлө әйберҙәр тегәһең икән…
– Был машинаны атайым тыуған көнөмә бүләк итте. Өйөбөҙҙә хәҙер улар икәү. Береһе – минеке, икенсеһе – әсәйемдеке.
– Һинең ниндәй генә ҡул эштәрең юҡ!
– Эйе, улар күп кенә. Әлбиттә, көн һайын бәйләү менән генә ултырып булмай. Мәктәп, түңәрәктәр – быларҙың барыһына ла айырым ваҡыт бүлергә кәрәк. Тәбиғәттән бирелгән һәләтемде үҫтерергә тырышам.
– Бындай матур ҡул эштәреңде һатаһыңмы?
– Әсәйем менән ауылда, районда үткән төрлө байрам, конкурстарҙа ҡатнашабыҙ. Шулай уҡ мин бешеренергә лә яратам. Ауылда, мәктәптә ойошторолған һәр йәрминкә беҙ­ҙең тәмлекәстәрһеҙ үтмәй.
– Ҡул эштәрең матур, һоҡландыра. Киләсәккә ниндәй хыялдарың бар?
– Иң тәүҙә мәктәпте уңышлы тамамлап, юғары уҡыу йортона инергә кәрәк. Шунан алдыма алған маҡсаттарыма ирешергә.
– Ҡайҙа ғына йөрөһәң дә, әлегеләй уңған, аҡыллы булып ҡал. Һиңә уңыштар юлдаш булһын!

Зилиә БУРАНБАЕВА.
Бөрйән районы, Байназар мәктәбе.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code