Ҡоштар – беҙҙең дуҫтар!

Бына сатнама һыуыҡтары менән ап-аҡ ҡыш килде. Көндәр һыуыныу менән ҡанатлы дуҫтарыбыҙға көн итеүе ауырлашты. Теремек турғайҙар ҙа, йылғыр сәпсектәр ҙә ем эҙләп, кешеләрҙән ярҙам һорағандай, сырҡылдаша.
Гимназиябыҙҙа йыл да «Ҡоштарға ярҙам ит!» тигән акция ойошторола. Уҡыусылар ҡоштар тураһында шиғырҙар, хикәйәләр уҡый, һүрәттәр төшөрә. Ҡанатлы дуҫтарыбыҙға ҡыш көнө аҙыҡ табыуы ауырлашыуы тураһында аңлатабыҙ. Уларға ярҙам ниәтенән балалар ҡоштар өсөн «ашханалар» ойоштора. Һәр синыф тырышып-тырмашып тағараҡ эшләргә тотона. Уны ниндәй генә материалдан яһамайҙар?! Фанерҙан да, таҡтанан да, кефир һауытынан да, картондан да. Ана, күрегеҙ, атайҙары, ағайҙары, олатайҙары менән бергәләп эшләгәндәре бигерәк тә матур килеп сыҡҡан (һүрәттә).
Минең беренселәрем дә акциянан ситтә ҡалманы. Бигерәк тә малайҙарым ҡыуандырҙы. Айгиз Мәүлитов, Ислам Әлмөхәмәтов, Таһир Йәғәфәров, Айназ Рафиҡов атайҙары менән тағараҡтар яһаһа, Артём Мәүлитов менән Әхсән Байков үҙ ҡулдары менән ябай буш кефир һауытынан, картон ҡумтанан эшләп ҡуйҙы.
Хәҙер ҡыштың һыуыҡ көндәрендә ҡанатлы дуҫтарыбыҙ асыҡмаҫ инде. Беҙгә тағараҡ яһарға ярҙам иткәндәре өсөн атай, олатайҙарға рәхмәт әйтке килә.

Розалиә ЙӘЛИЛОВА, башланғыс синыфтар уҡытыусыһы.
Ауырғазы районы, Талбазы башҡорт гимназияһы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code