Ҡомарлы уйындар тыйыла

Минең өләсәйҙәре, олатайҙары менән кәрт һуҡҡан ҡыҙҙарҙы, малайҙарҙы күргәнем бар. Үҙебеҙ ҙә бәләкәй саҡта уйнай торғайныҡ. Быны ҡомарлы тип әйтеп буламы? Юҡтыр. Бары тик еңеү, отолоп ҡалмаҫ өсөн генә тырышаһың бит. Хәтерҙең дә яҡшы булыуы кәрәк әле: кемдең ниндәй кәртте нимә менән япҡанын иҫтә тотоп ултырырға тура килә бит. Ә бына аҡсаға уйнаһаң инде, ябай ғына күренгән кәрт ҡомарлы уйынға әйләнәсәк. Был иһә ҡанун тарафынан тыйыла. Мартта Президент Дәүләт Думаһы ҡабул иткән «Ло­тереялар ту­ра­һында» Федераль ҡанунының 6.1 һәм 20-се статья­ларына үҙгәрештәр индереү тураһында Указға ҡул ҡуйғайны. 7 апрелдән ул үҙ көсөнә инде.

Унда 18 йәше тулмаған граждандарға лотерея билеттарын, квитанцияларын, шул иҫәптән электрон вариантта булғандарын да, шулай уҡ балиғ булмағандарҙан ставкалар ҡабул итеү һәм уларға отоштарҙы түләү ҙә тыйыла.
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачёв әйтеүенсә, сара бөтә төбәктәр өсөн дә көнүҙәк: «Көн һайын лотерея клубтары барлыҡҡа килә, ставкалар (ҡуйылған аҡса) ҡабул итеү пункттары арта. Был интернетта ла күҙәтелә. Ҡомарлы уйындар һәйбәт социаль күренеш түгел. Дәүләт быны контролдә тоторға, ҡомарлы уйындар менән бәйле кире күренештәрҙе әҙәйтергә тырыша. Был мөхиткә балаларҙы йәлеп итеүҙе тыйыу айырыуса мөһим».
Социаль селтәрҙәргә инеп ҡараһаң, күпме кеше ниндәйҙер уйын уйнап, виртуаль аҡсалар эшләп, шуға ҡыуанып ултыра. Өҫтәүенә, һине лә йыш ҡына унда ҡатнашырға саҡыралар. Юҡ менән ваҡыт үткәреүҙәре – ап­ты­рарлыҡ хәл. Ә ҡо­марлы уйын­дарҙы бер­ләш­тергән төр­көм­дәрҙә мең­дәрсә кеше улты­ра, улар ара­һын­да уҡыусылар ҙа байтаҡ. Киң та­ралған «Бәйлә­нештә» селтә­рен­дә лә йыш ҡы­на теге йәки был төркөмдә, осраҡ­лы һайлап алыу ысулы менән, тип отоштар үткә­рәләр. Был да балаларҙы ныҡ ҡына йәлеп итә. Бер уйлаһаң, кемдәр генә бушлай хыял иткән әйберен алырға теләмәһен?! Мәҫәлән, швед стен­каһы ҡыйбат ҡына тора, ә отошта ҡатнашһаң, бәхет йылмайып, бүләктең нәҡ һиңә эләгеүе ихтимал. Эшҡыуарҙарға тауарын реклама­ларға йәтеш ысул, ә йәш быуында көс түкмәй генә байлыҡҡа эйә булырға теләк, ынтылыш тыуа.
Ҡомарлы уйындар менән мауы­ғыу­ҙың эҙемтәләре бик насар. Уйынсының психикаһы боҙола, уҡыуҙа, эштә уңыштары һүлпәнә­йә. Яҡындары менән аралашыу­ҙа ла һиҙелә был, сөнки осраҡлы ғы­на аҡса отоуға бәйлелек барлыҡ­ҡа килгәс, кеше шул турала ғына уй­лай, шуның менән генә йәшәй башлай.
«Лотереялар тураһында» ҡанунға үҙгәрештәр индереүҙе, һеҙҙең турала хәстәрлек күреү, тип ҡабул итергә кәрәктер, уҡыусылар. Дәрестән тыш ваҡытығыҙҙы файҙалы шөғөлдәргә генә бағышлап, үҙегеҙҙе төрлө яҡлап үҫтереүгә ни етә?!

Э. ҒӘЛЛӘМЕТДИНОВА.

 

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code