Ҡазандан – еңеү менән!

Влада (һулда) уҡытыусыһы Наилә Насирова менән.

Яңыраҡ Татарстандың баш ҡалаһы Ҡазанда Рәсәй Федерацияһы республикаларының дәүләт телдәре буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһы үтте. Ул быйыл икенсе тапҡыр ойошторолдо. Мәртәбәле һынауҙа Рәсәйҙең төрлө төбәктәре – Адыгей, Башҡортостан, Ҡалмыҡ, Карелия, Коми, Ҡырым, Мари Иле, Мордва, Саха (Яҡутстан), Тыва, Удмуртия, Хакасия, Сыуашстан һәм башҡа республикаларҙа еңгән уҡыусылар көсөн һынаны. Ҡырғыҙстандан да вәкилдәр бар ине.

Унда беҙҙең 111-се гимназиянан XI синыф уҡыусыһы Влада Яҡупова ла ҡатнашты. Һынатманы, Өфөгә еңеү менән ҡайтты. Синыфташым тик «бишле» билдәләренә генә уҡый, Башҡорт­остан Республикаһы Башлығы стипендиаты ла ул. Олимпиадала Владаның яҙған эссеһы, Башҡортостан тураһында әҙерләгән презентацияһы юғары баһаланып, иң күп балл йыйҙы.
Әлбиттә, бындай яҡшы һөҙөмтә күрһәтеүендә уҡытыусыһы Наилә Яхъя ҡыҙы Насированың да өлөшө ҙур. Ул беҙҙе бишенсе синыфтан алып баш­ҡорт теленән уҡыта. Уҙған уҡыу йылында тағы бер уҡыусыһы – Алиса Панчихина Мәс­кәүҙә үткән I Бөтә Рәсәй олимпиадаһынан көмөш миҙал алып ҡайтҡайны. Ә бына быйыл синыфташым Влада ла һөйөндөрҙө. Беҙ уның менән ғорурланабыҙ, артабан да уңыштар теләйбеҙ.

Илдар СОЛТАНОВ, XI «Б» синыфы уҡыусыһы.
Өфө ҡалаһы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code