Ҡар бабайҙар күргең килһә…

Яңы йыл байрамын 82-се гимназия уҡыусылары ла ҙур уңыштар, яҡшы билдәләр, күтәренке кәйеф менән ҡаршы алды. Һәр бер синыф үҙҙәренең бүлмәһен байрамса биҙәне, тәҙрәләргә төрлө төҫтәге ҡағыҙҙар­ҙан ҡар бөртөктәре, төрлө хайуан, Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу һындары төшөрөлдө. Хатта уҡытыусылар ҙа үҙ фантазияһын күрһәтергә тырышты.

Белем усағына килгән ҡунаҡтарҙы көн һайын ҡар бабайҙарыбыҙ ҡаршы алып торҙо. Үҙеңде хатта улар илендә һымаҡ хис итеп китәһең. Яһау өсөн кем нимә генә ҡулланмаған: мамыҡ, шар, аҡ ватман, картон… Һәр синыф береһенән-береһе уҙ­ҙырырға тырышты. III «Б» менән VIII «Б» синыфтарының эштәре бер тапҡыр файҙаланыла торған стакандарҙан тора. Был ҡыҙыҡ та, мауыҡтырғыс та ҡул эшендә I «А», I «Б», I «Г», III «А», III «Г», V «В», VI «А», VI «Б», VI «В», VII «А», VII «В», IX «А» һәм IX «В» синыфтары әүҙем ҡатнашты. Ябай ғына әйберҙән дә шундай матур, үҙенсәлекле күңелде күтәреп тороусы ҡар бабайҙар эшләгән уҡыу­сыларға, уларҙың синыф етәкселәренә рәхмәт.
Кемдең ҡар бабайҙар илендә бул­ғыһы килә, беҙгә рәхим итегеҙ!

Рүзинә БАРЛЫБАЕВА, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Өфө ҡалаһы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code