Ҡалырмын тоғро

Тыуған илем – ғәзиз ерем,
Башҡортостаным минең.
Һиңә булған саф һөйөүем
Һаҡланыр ғүмер буйы.

Тыуған илем – ғәзиз ерем,
Һин генә берҙән-берем.
Әлдә ошонда тыуғанмын,
Һинең ҡыҙың булғанмын.

Илемде һәр саҡ яҡлармын,
Телемде лә һаҡлармын.
Ҡалырмын тоғро телемә,
Бирешмәмен һис кемгә.

Эльвина ТИМЕРБУЛАТОВА, IV «Б» синыфы уҡыусыһы.
Баймаҡ ҡалаһы, 4-се лицей.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code