Ҡаҙағстан ҡунаҡтары

Яңыраҡ Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында Мәскәү педагогтары булып, тәжрибә уртаҡлашып киткәйне. Әле бына үткән аҙнала Ҡаҙағстандан ҡунаҡтар килде. «Мөлдөр булаҡ» ҡаҙаҡ балалар журналының баш мөхәррире, шағир Саят Камшыгер һәм уның тормош иптәше, филология фәндәре докторы, ҡаҙаҡ милли сәнғәт академияһы докторы Әлиә Баяздыкова менән осрашыу булды. Улар Башҡортостанға йәш яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтовтың саҡырыуы буйынса эш сәфәре менән килгән икән.

– Айгиз Ғиззәт улы менән Халыҡ-ара ижадсылар йыйынында танышҡайныҡ. Шунда ул «Ҡалдырма, әсәй!» китабын бүләк итте. Ҡайтҡас, минән алда Әлиә уҡып сыҡты ла: «Быны ҡаҙаҡ теленә тәржемә итәм», – тимәһенме. Уҡып сыҡҡайным, миңә лә оҡшаны. Әлиәгә, әҫәрҙе үҙем тәржемә итәм, тинем. Журналда өҙөк баҫтырҙыҡ. Уҡыу­сылар яратып уҡыны, хатта бер нәшриәт ҡыҙыҡһынып, китап итеп баҫтырырға теләк белдерҙе. Хәҙер дуҫым Айгиз Баймөхәмәтовтың был әҫәрен бөтә Ҡаҙағстан уҡый.
Беҙҙең әҙәбиәт донъяһында ул сағыу күренеш булды. Совет осоронда Мостай Кәрим ҡаҙаҡ классиктары Мөхтәр Ауэзов, Сабит Моҡанов, Олжас Сөләймәнов менән аралашҡан. Уның китаптары тәржемә ителеп, беҙҙә баҫтырылған. Ике туғандаш халыҡ араһындағы дуҫлыҡты хәҙер дауам итәбеҙ. Ошондай рухи бәйләнеш беҙҙең өсөн бик мөһим, – тип ҡаҙаҡса һөйләне Саят Камшыгер уҡыусылар менән осрашыуҙа.
Ҡунаҡтар Марсель Ҡотоев башҡарыуында башҡорт халҡының милли гимнына әйләнгән «Урал»ды бөтәһе менән бергә аяғүрә баҫып тыңланы һәм бик оҡшатты. Уҡыусылар Мостай Кәримдең биографияһы менән таныштырҙы, шиғырҙар һөйләп ишеттерҙе. Осрашыуға, әлбиттә, Саят Камшыгерҙең дуҫтары Айгиз Баймөхәмәтов менән шағир Рәмил Сурағол да килгәйне. Улар балаларға матур кәңәштәрен еткерҙе, тел ҡәҙерен белергә өндәне.
Был көндө Башҡортостан менән Ҡаҙағстан араһындағы дуҫлыҡ күпере тағы ла нығынды. 158-се башҡорт гимназияһы етәкселеге ҡаҙаҡ уҡыусыларын йыл да ойошторолған Мостай Кәрим уҡыуҙарында ҡатнашырға саҡырҙы. Ә Саят Камшыгер Алма-Атала ҡаҙаҡ халҡының бөйөк улы Абай ижадына арналған конференцияға килергә тәҡдим яһаны.

Э. ҒӘЛЛӘМЕТДИНОВА.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code