Ғәзиз олатайға хат

Һаумы, Ғәзиз олатай! Туған халҡыңа яҙған онотолмаҫ, моңло, күңелгә үтеп инерлек көйҙәрең өсөн һинең алдыңда баш эйәм, һоҡланам, ихлас кеше икәнеңде йырҙарыңдан тоям. Әлеге ваҡытта баш ҡалала бөйөк исемеңде йөрөткән интернат-гимназияла уҡыйым, музыка серҙәренә төшөнәм, күп композиторҙарҙың ижадын өйрәнәм. Мин дә һинең кеүек йырларға яратам.

Яҙмышың хаҡында уйлаған һайын әсенәм. «Халыҡ дошманы» тип һинең ғүмереңде хаҡһыҙ өҙгәндәр. Әлбиттә, 1957 йылда халыҡҡа исемең ҡайтарыла, ләкин шул йылдар эсендә күпме көйҙәр яҙылмаған, күпме йырҙар йырланмаған. Ошоларҙы уйлап, күңелем әрней…
Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге вокалистар конкурсы ҡатнашыусылары, һинең ярҙам менән белем алған билдәле йырсыларҙың ейәндәре, гимназиябыҙ уҡыусылары исемеңде мәңге онотмаҫ, тип ышанам. Тыныс йоҡла, беҙ һинең намыҫыңды һаҡларбыҙ, Ғәзиз олатай!

Әлиә ЙӘНБИРҘИНА, VIII «А» синыфы уҡыусыһы.
Өфө ҡалаһы, Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика интернат-гимназияһы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code